20 сентябрҙә Ағиҙел ҡалаһының Үҙәк китапханаһында «Мутин уҡыуҙары» ойошторолдо.
Илдархан Ибраһим улы Мутин (1888-1938) — Ҡазан даруғаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Таҡталасыҡ ауылында (хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы) тыуып үҫкән тарихи шәхес, Башҡорт милли хәрәкәте лидерҙарының береһе, Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре.
Ағиҙел ҡалаһы ниндәй ерҙәрҙә урынлашҡан? Билдәле шәхес Илдархан Мутин хаҡында нимәләр билдәле? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты сарала ҡатнашыусылар мәктәптең, Башҡорт гимназияһының һәм урындағы колледж студенттарының сығыштарынан ишетте.
Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, «Шәжәрә» Башҡортостандың тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге директоры, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин һәм Радик Бәхтиев; Татарстан Республикаһы делегацияһы, "Без башҡортлар" хәрәкәте вәкилдәре ҡатнашты.