Яңылыҡтар

Айыҡ тормош юлын һайлағыҙ

11 сентябрь, 01:51

Эскелек – тотош донъяға янаған афәт, кешелек һәм шәхес кимәлендәге берҙәй аяныслы бәлә. Ул күпме кешеләрҙең яҙмышын селпәрәмә килтергәнен һөйләп тораһы түгел: миҫалдар эргәбеҙҙә, эскелек проблемаһы төрлө кимәлдә Рәсәйҙәге һәр ғаиләгә ҡағыла тиерлек. Әммә ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай: эскелеккә ҡаршы көрәшеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау өсөн берҙәм һәм бер һүҙле булырға кәрәк. Был йәһәттән дәүләт, республика, йәмәғәтселек кимәлендә төрлө саралар уҙғарыла, эскелеккә дусар булғандарҙы ҡотҡарыу өсөн медицина, иҫкәртеү һәм социаль саралар күрелә. Шул иҫәптән, йыл һайын көҙ Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнөн билдәләйҙәр һәм тотош илдә алкоголдең зыянын хәтергә төшөрөүгә йүнәлтелгән саралар һәм акциялар ойошторалар.

Бер быуатлыҡ көрәш

Айыҡлыҡ көнө йыл һайын сентябрҙә билдәләнә. Уның тарихы иһә 1913 йылдан башлана. Был осорҙа илдә алкоголле эсемлектәргә мөнәсәбәт аныҡ ҡына булмаған. Николай II идара иткән осорҙа алкоголле эсемлектәрҙе дәүләт кенә етештерә алған. Рәсәй донъяның иң айыҡ илдәренең береһе булып һаналған – алкоголде үҙ аллы етештерергә ярамаған, ә батша кибеттәренән шарап һатып алыу бик ҡатмарлы булған. Ләкин ХХ быуат башына илдә һатылған һәм ҡулланылған алкоголь кимәле Рәсәй дәүләте тарихында иң юғары күрһәткестәргә еткән. Быға техник прогресс булышлыҡ итеүе билдәле: ул арзан алкоголле эсемлектәр – башлыса, араҡы етештереүҙе яйға һалырға мөмкинлек биргән. Һөҙөмтәлә, йәшерен етештереүселәр бер нисә тин бирергә әҙер булған барлыҡ теләүселәрҙе эсемлек менән тәьмин итеп, батша указын урап үткән.

Шул уҡ осорҙа Православие сиркәүе башлап ебәргән әүҙем айыҡлыҡ хәрәкәте барлыҡҡа килгән. Айыҡлыҡ йәмғиәттәре ағзалары хәмерһеҙ тормошто пропагандалаған: улар тәрбиәүи әңгәмәләр үткәргән, листовкалар һәм журналдар таратҡан. 1913 йылдан революцияға тиклем йыл һайын уҙғарылып килгән Айыҡлыҡ көнө бындай мәғрифәтселек эшенең мөһим һөҙөмтәләренең береһе булған. Революциянан һуң Айыҡлыҡ көнө, сиркәү тарфынан ойошторолоу сәбәпле, бөтөрөлә, ә совет власы дәүләт кимәлендә алкоголгә ҡаршы сәйәсәт алып бара башлай. Рәсәйгә байрам 2005 йылда әйләнеп ҡайта.

Ғәҙәттә, Айыҡлыҡ көнөндә илдең хәйриә һәм йәмәғәт ойошмалары сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған һәм спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы сикләргә саҡырған саралар уҙғара. Йыш ҡына был — спорт саралары (велоуҙыштар, марафондар, ГТО нормаларын тапшырыу). Мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында алкоголизм проблемаларына арналған асыҡ лекциялар, фекер алышыуҙар һәм түңәрәк өҫтәлдәр үткәрелә, музейҙарҙа тематик күргәҙмәләр ойошторола.

Һандар һөйләй

Ошо урында статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалырға саҡырабыҙ:

* Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса Рәсәй алкоголле эсемлектәр ҡулланыу күләме буйынса донъяла хатта беренсе ун ил иҫәбенә инмәй. Рәсәй – иң күп эскән ил тигән стереотип раҫланмай.

* 41 ил дәүләт кимәлендә магазиндарҙа ҡаты алкоголь һатыуҙы тыйған. Улар араһында Һиндостан, Исландия, Мысыр һәм Швеция бар.

* Араҡы – донъяла иң киң таралған алкоголь эсемлеге. Йыл һайын Ер йөҙөндә 5 миллиард литрҙан ашыу араҡы эсәләр! Ә 31 ғинуарҙа араҡының “тыуған көнө” билдәләнә: 1865 йылда, нәҡ ошо көндө Дмитрий Менделеев «Спирттың һыу менән ҡатнашыуы тураһында» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған.

* Алкоголь мейенең эшен туҡтата, интеллектҡа кире йоғонто яһай. Алкоголле эсемлекте даими ҡулланғанда, интеллект күрһәткестәре даими рәүештә түбән буласаҡ.

* Даими эскән кешенең ғүмере ныҡ ҡыҫҡара. Эскән кешеләр башҡаларҙан уртаса 10-15 йылға аҙыраҡ йәшәй.

* Алкоголь көслө күнегеү тыуҙыра. Уны хатта саҡ ҡына, «үлсәп» кенә ҡулланғанда ла, ошо доза ла бойондороҡлоҡ булдырыуы ихтимал.

* Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын донъяла 7-8 миллион кеше эскелектән, 700 мең самаһы Рәсәй гражданы иҫерткес эсемлектәр менән бәйле сәбәптәрҙән вафат була. Рәсәйҙә ирҙәрҙең 30% һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың 15% үлеме спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға туранан-тура йәки ситләтеп бәйле.

* Бауыр циррозынан үлеүселдәрҙең 68%, панкреатиттан үлеүселәрҙең 60%, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлеүселәрҙең 23% төп сәбәбен алкоголле эсемлекте артыҡ ҡулланыу тәшкил итә. Ауыр енәйәттәрҙең 90%, юл-транспорт ваҡиғаларының 60% иҫерек килеш яһала.

Һәр ваҡыт көнүҙәк

Эйе, алкоголизм мәсьәләһе хәҙерге йәмғиәттә лә көнүҙәк булып тора. Эскелек күпме кешеләрҙең яҙмышын селпәрәмә килтергәнен, ғаиләләрҙе тарҡатыуын, карьераны боҙоуын һәм башҡа кире осраҡтарҙы яҙып тормаһаҡ та беләһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта ул кешенең һаулығына ла физик һәм рухи яҡтан иҫ киткес ҙур зыян килтерә.

Ябай итеп әйткәндә, алкоголле эсемлектәр бөтә организмға оҙайлы һәм тәрән йоғонто яһауы менән характерлана. Ни бары 70-75 грамм хәмер ҡулланыу кешегә алдағы тәүлектә баһалап бөткөһөҙ кире йоғонто яһауы ихтимал. Хатта минималь дозалағы спиртлы шыйыҡсалар ҙа эшләү һәләтен кәметә, концентрацияны юғалтыуға килтерә. Баш мейеһе күҙәнәктәре өсөн этил спирты айырыуса хәүефле. Белгестәр раҫлауынса, ни бары 100 миллиграм спирт 8 000 самаһы әүҙем мейе күҙәнәген үлтерә.

Алкоголь – кеше организмына бик ныҡ көслө тәьҫир итеүсе, йәшәү тәьминәтенең системаларын емереүсе ағыулы күҙәнәктәр берләшмәһе ул. Әгәр этил спирты организмға даими инеп торһа, бөтә эске органдарға ла тиерлек ҡағылған ауырыуҙар барлыҡҡа килә.

Спиртлы эсемлектәрҙе оҙайлы ҡулланыу (кешенең йәшенә ҡарамай) түбәндәге ауырыуҙарҙы тыуҙыра: ишемия, хәтерҙе юғалтыу, үҙәк нервы системаһы проблемалары, гипертония, бауыр һәм бөйөр ауырыуҙары, психик ауырыуҙар, организмдың иммун көсөнөң кәмеүе, ҡанда шәкәрҙең күпләп тупланыуы, репродуктив система эшенең тотороҡло кәмеүе, ғүмер оҙонлоғоноң һиҙелерлек ҡыҫҡарыуы. Иҫерткес эсемлектәр киләсәк быуынға ла зыян килтерә. Әсә алкоголизм менән ауырғанда алкоголле синдром 43,5% балаларҙа формалаша, ә ата менән әсә икеһе лә эскелеккә дусар икән, алкоголле синдром балала 62% тиклем арта.

Һыраға еңел ҡарамағыҙ

Һыра алкоголизмы тураһында ла күптән билдәле. Тәүге ҡарамаҡҡа, был эсемлек шарап һәм араҡыға ҡарағанда хәүефһеҙерәк кеүек күренһә лә, уның эҙемтәләре ҡот осҡос. Бер шешә һыра 50-60 граммҡ араҡыға тиң икәнен күптәр белмәй ҙә. Тимәк, дүрт шешә һыра 200-240 грамм араҡыға тиң. Йыш ҡына һыра ҡулланыуҙан кеше организмында «һыра» йәки «үгеҙ» йөрәге үҫешә. Һүҙ йөрәк ҡыуышлығының киңәйеүе, уның стеналарының ҡалынайыуы хаҡында бара. Һыра икенсе затҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы ла кәметә. 15-20 йыл һыра эскән ир-егеттәр енси көсһөҙлөккә дусар булыуы ихтимал. Ҡайһы бер белгестәр, һыра – наркотик матдәләр ҡулланыуға юл һалыусы беренсе легаль наркотик, тип тә билдәләй.

Шул уҡ ваҡытта алкоголь бер кешенең генә проблемаһы түгел, ул ғаиләлә, хеҙмәт коллективында, тотош йәмғиәттәге мөнәсәбәттәрҙе лә боҙа. Алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланырғамы-юҡмы, бәхетле тормош менән ҡара төҫкә мансылған ғүмер юлын һайларғамы – һәр кемдең ирекле мәнфәғәтендә. Шуныһын да иҫтә тотоғоҙ: алкоголизм дауалауға бик ауыр бирелгән сир булып тора, йышыраҡ ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеп булмай тиерлек. Дауалау ҙа медицина учреждениеһы, табип һәм алкоголизм менән яфаланыусы яғынан теләк булып, комплекслы саралар үткәргәндә, шулай уҡ туғандары һәм яҡындары яғынан ярҙам иткәндә генә һөҙөмтә биреүе ихтимал.

Эскелек һаҙлығына юлыҡмауҙың бер генә һөҙөмтәле юлы бар – бөтөнләй эсмәгеҙ, айыҡ тормош юлын һайлағыҙ.

Скопировано с сайта: Айыҡ тормош юлын һайлағыҙ - kurultai.ru

https://kurultai.ru/ba/content/3491-alkogolizm--zlo-v-masshtabah-chelovechestva-i-otdelnoj-lichnosti/

Уртаҡлашыу