|
|
Яңылыҡтар
Башҡортостан аҙыҡ-түлеген «Рәсәй тәмдәре» икенсе гастрономия фестивалендә тәҡдим иттеләр7 июлдән 16 июлгә тиклем Мәскәүҙә икенсе гастрономия фестивале үтте. Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы 2020 йылдан алып ғәмәлгә ашырған төбәк аҙыҡ-түлек брендтарын үҫтереү буйынса күләмле программаны тормошҡа ашырыуҙың яңы этабы ул был фестиваль. Манеж майҙаны һәм баш ҡала округтарында 25 майҙансыҡ меңәрләгән Мәскәү халҡын һәм баш ҡала ҡунаҡтарын йәлеп итеү урыны булды. Бында илдең 70-тән ашыу төбәгенән 330-ҙан ашыу етештереүсе үҙ продукцияһын тәҡдим ителде. Күп кенә продукция брендтары ҡулланыусыларға гастрономия фестивале арҡаһында киң билдәлелек ала. Башҡортостан етештереүселәре фестиваль ҡунаҡтарына бөтә илдә киң билдәле традицион аҙыҡ-түлекте лә, яңылыҡтарҙы ла тәҡдим итте. Белорет районынан Дмитрий Дубровский Мәскәүгә гастрономия байрамына ярты тонна бал һәм умартасылыҡ продукцияһын алып килде. Федоровка районынан Зөлфиә Насирова 600 килограмм сәк-сәк әҙерләгән. Рөстәм Ғилданов Илеш районынан баш ҡалаға 500 килограмм ит деликатестары, ҡаҙылыҡ һәм ҡаҙ килтерҙе. Шулай уҡ фестивалдә ҡорот, талҡан, өй туҡмасы һәм бишбармаҡ тәҡдим ителә. Дмитрий Дубровский һүҙҙәренсә, башҡорт балына ҡыҙыҡһыныу ҙур булды, кәштәгә килгән һәр кем һатып алмайынса китмәне. Һәм беҙҙең етештереүселәр үҙҙәре лә башҡа төбәктәрҙән килгән аҙыҡ-түлектең төрлөлөгө һәм колориты менән танышты. Гастрономия фестиваленең күңел асыу программаһында 550-нән ашыу оҫталыҡ дәресе һәм кулинар шоу, ижади коллективтарҙың сығыштары ҡаралған. Фестиваль майҙансыҡтарында 800 меңдән ашыу кеше көтөлә. «Рәсәй тәмдәре» икенсе гастрономия фестивален Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы Мәскәү Хөкүмәте менән берлектә ойоштора. |