VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Пермдәге ауыл һабантуйы өс төбәк халҡын йыйҙы

1 июль 2023, 14:20

Милли байрамыбыҙ һабантуй үткән Чад ауылы өс төбәк киҫелешкән ерҙә урынлашҡан: Пермь крайы, Свердловск өлкәһе һәм Башҡоортостан. Шуның өсөн дә Пермь крайындағы байрамға күршеләре - Башҡортостан менән Свердловск өлкәһе кешеләре лә килде.

— Был яҡта һабантуй — хәрби батырлыҡ байрамы ла. Урындағы башҡорттар һәм рус казактары 1813 йылғы Сит ил походында ҡатнашыу өсөн полктар ойоштора, унда еңеүҙең 210 йыллығын ошо йылдарҙа билдәләйбеҙ. Ул саҡта Чад ауылы булмаһа ла, полктарҙы һуғышҡа йыйған әлеге баҫыу була. Бында, моғайын, бөгөнгө кеүек үк көрәш, ат сабыштары ойошторолғандыр, көстө, етеҙлекте һынап ярышҡандарҙыр, — тине сығышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов.

Башҡорт халҡының данлы хәрби традициялары иҫтәлегенә, 2024 йылғы Бөтә Рәсәй һабантуйында «Байге» башҡорт күпбәйгеһе майҙансығы ойоштороласаҡ.

Әлеге байрамда ун меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Ғәҙәттәгесә, һабантуйҙа ярыштар, старттар, балалар коллективтарының ижади программаһы, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, халыҡ уйындары, күңел асыу саралары ойошторолдо. Байрам йыл һайын төрлө йәштәгеләрҙе, төрлө һөнәр, милләт вәкилдәрен берләштерә.

Пермь крайы, Башҡортостан муниципалитеттары, Пермь крайындағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы тырышлығы менән булдырылған милли ихаталар байрамдың матур биҙәгенә булды. Унда хужалар ҡунаҡтарҙы йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән ҡаршы алды, милли аш-һыу менән һыйланы. Асҡын районы башҡорт халҡының көнкүрешен сағылдырған этнографик тирмә әҙерләгәйне. Унда ҡунаҡтарҙы «Хазина» халыҡ фольклор коллективы ҡаршы алды. Асҡын оҫталары селтәр, тәгәрмәс эшләү, кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Ҡоймаҡ, бауырһаҡ әҙерләргә өйрәткән оҫталыҡ дәрестәрен ҡараусылар бик күп булды, боронғо башҡорт рецептары менән уртаҡлаштылар. Һабантуй ҡунаҡтары дарыу үләндәре, бал, туҙҙан эшләнгән картиналар күргәҙмәһен дә ныҡ оҡшатты.

Бында һәр ҡатнашыусы күңеленә ятҡан шөғөл таба алды. Армрестлинг, гер спорты, туп менән уйын (чеканка), дартс, уҡ атыу, милли уйындар уҙған спорт майҙансыҡтары ла ҙур аудитория йыйҙы. Әлбиттә, иң ҡыҙығы милли көрәште ҡарау булды - батырҙар алышы һынмаҫ рух көсө менән айырылып тора.

Билдәле булыуынса, һабантуй күптән инде милли сиктәрҙе үтте. Ул - осрашыу, аралашыу, танышыу урыны, тап ошонда тамашасыларҙың менән сығыш яһаусыларҙың һоҡланғыс берҙәмлеге һиҙелә. Халыҡ байрамы, һәр ваҡыттағыса, һәр кемгә күтәренке кәйеф, дәрт-дарман, яңы һулыш, изге эштәргә ынтылыш бүләк итте.

Уртаҡлашыу