|
![]() Яңылыҡтар
Ейәнсурала Таба икмәге («Лепешка») байрамы үттеЕйәнсура районы Иҫәнғол ауылындағы "Аҡ Сатыр" паркында Башҡортостан юлдаш каналы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы берлектә ойошторған "Тәмле. Беҙ бергә" проектының милли аш-һыу байрамы үтте. Байрам биләмәһендә Башҡортостан халыҡтарының милли аш-һыуға бәйле күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин булды, ялан кухняһы ла ойошторолған. Ҡыҙыҡһыныусылар “Лепешка” (“Таба икмәге/Майикмәк”) картаһы менән таныша аласаҡ, шулай уҡ махсус сатырҙа эшлекле осрашыуҙар үтәсәк, ҡунаҡтар тирмәләрҙе күреп сыҡты. Мәғлүм булыуынса, “Тәмле” проекты Башҡортостандың егерме халҡы вәкиленең тарихы, мәҙәниәте һәм аш-һыуы менән таныштырҙы. Программа аша район-ҡалаларҙың иҫтәлекле урындарын күрһәтте, республиканың төрлө милләт вәкилдәре – талантлы һәм алсаҡ кешеләре менән таныштырҙы. Әле иһә телетапшырыуҙарҙа ҡатнашыусылар, уны эшләүселәр бер майҙансыҡта - "Лепешка" (“Майикмәк”) милли аш-һыу байрамында осрашты. Икмәктең бер төрө булған был ризыҡ бөтә халыҡтарҙа ла тиерлек осрай, әммә рецептары һәм атамалар ҙа, тәме лә төрлө. Уны бешереү ҙә ҡатмарлы түгел, бәлки, тап шуғалыр ҙа, ҡапыл ҡунаҡтар килгәс, кешеләр ғәҙәттә икмәктең ошо төрөн бешерә. Түңәрәк, алһыу, тәмле таба икмәге, һис шикһеҙ, ҡунаҡсыллыҡ, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек символы. Байрамды ойоштороусылар уның төрлө төрҙәрен күрһәтте, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, Башҡортостандың таланттары тураһында һөйләне. Таба икмәге – үҙ-ара мәҙәни аралашыу сараһыНи өсөн тап ошо атама? Сөнки был ризыҡ бөтә халыҡтарҙа ла тиерлек осрай. Рецептары һәм атамалары төрлө-төрлө, тәме лә айырыла, әммә ул төрлө халыҡтарҙы берләштерә. Уны бешереү бик ябай, бәлки, тап шуғалыр ҙа, ҡапыл ҡунаҡтар килһә, мәҫәлән, кешеләр тап уныбешерә. Түңәрәк, алһыу, тәмле күмәс, беҙҙең ҡарашҡа, ҡунаҡсыллыҡ, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек символы. Ошо нигеҙҙә махсус картаһы ла булдырылған, унда һәр муниципаль районда осраған таба икмәге исеменең варианттары күрһәтелгән, шулай уҡ үҙенсәлекле рецептар һүрәтләнгән. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамы менән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, республиканың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында тормошҡа ашырылған. |