VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Башҡорт Ғаиләһе ЙылыАйыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайБашҡорт тарихы йылыМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Милләттең рухи тотҡаһы

16 май 2023, 15:48

Бөгөн Өфөлә, «Торатау» Когресс күренекле башҡорт дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Зәйнулла Рәсүлевтың (1833-1917) тыуыуына 190 йыл тулыуға арналған «Шәйех Зәйнулла Рәсүлев һәм Евразия халыҡтарының суфыйсылыҡ мәҙәниәте» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.

Конференцияны ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Әбүғәлисина (Ибн Сина) фонды (Мәскәү).

Ғилми форум барышында башҡорт халҡының хәҙерге суфыйсылыҡ традицияһында шәйех Зәйнулла Рәсүлевтың рухи мираҫы, совет йылдары һәм унан һуңғы осорҙа Рәсәйҙә суфыйсылыҡ яҙмышы, башҡорт суфыйҙарының үҙ-ара бәйләнештәре, суфыйсылыҡ әҙәбиәте феномены, Рәсәйҙәге суфыйсылыҡтың перспективалары кеүек темалар тикшерелде.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, конференцияла 41 доклад тәҡдим ителгән. Улар бер пленар һәм ике секция ултырышы сиктәрендә ҡатнашыусыларға тәҡдим ителде. Конференция эшендә онлайн-бәйләнеш аша Өфөнән, Мәскәүҙән һәм Һамарҙан, Санкт-Петербургтан, Силәбенән һәм Дағстан Республикаһынан ислам динен өйрәнеүселәр, тарихсылар, филологтар, философтар ҡатнашты. Шулай уҡ, форум эшендә сит илдәрҙән — Әзербайжан, Грузия, Иран, Татарстан һәм Төркиәнә дә сығыш яһаусылар булды.

Конференция сиктәрендә Өфө фән һәм технологиялар университеты менән Әбүғалисина фонды араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды. Ойошма 15 йылдан ашыу Рәсәйҙә исламды өйрәнеү буйынса тикшеренеүҙәргә ғилми-методологик, финанс һәм ойоштороу яғынан ярҙам итеү менән шөғөлләнә.

Шәйех Зәйнулла Рәсүлев (Зәйнулла ибн Хәбибулла әл-Рәсүли ән-Нәҡшбәнди; 1833-1917) - күренекле башҡорт дин белгесе, педагогы, мәғрифәтсеһе, Нәҡшбәндиә суфыйҙар тәриҡәтенең рухи остазы (шәйех). Башҡортостандың Учалы районы Шәрип ауылында тыуған, Ҡыуаҡандар нәҫеленән. Троицк ҡалаһында (Силәбе өлкәһе) 5-се йәмиғ мәсетенең имамы булған, уның ҡарамағында «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен ойошторған, уҡытыу программаһында традицион рухи белем биреү ысулдары менән яңы ағымдарҙы ла берләштергән, уның студенттары араһында башҡорт, ҡаҙаҡ һәм татар халҡы вәкилдәре генә түгел, Үҙәк Азия һәм Кавказ кешеләре лә булған.

Зәйнулла ишан Рәсүлев хәйриә эшмәкәрлеге менәндә әүҙем шөғөлләнгән, үҙ аҡсаһына дарыухана, китапханан, ҡунаҡ ҡабул итеү йортон тотҡан, башҡорт шағиры Аҡмуллаға, тарихсы Мораҙым Рәмзигә даими ярҙам күрһәткән, шул иҫәптән, китап нәшер итеү башланғыстарына ла булышлыҡ иткән.

Ғилми-ғәмәли конференцияны ойоштороусыларҙың береһе, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов сараға ҡағылышлы түбәндәге фекерен белдерҙе.

— Шәйех Зәйнулла Рәсүлевтың эшмәкәрлеге менән башҡорт халҡының ике быуат сигендә рухи йәһәттән аяҡҡа баҫыуы, Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан милли интеллигенцияһының рухи үҫеше, Рәсәй халыҡтары араһында традицион ислам формалашыуы менән бәйле.

Зәйнулла Рәсүлевтың эшен уның улы Ғабдрахман дауам иткән (1881-1951). Ул 1936-1951 йылдарҙа Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты (һуңынан СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты) мөфтөйө вазифаһын биләгән. Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк: Ғабдрахман Рәсүлев Диниә назаратын дингә ҡаршы аяуһыҙ эҙәрлекләүҙәр осоронда етәкләгән һәм уны һаҡлап ҡалыу ғына түгел, хатта илдәге мәсеттәрҙең иҫәбен арттырыуға, мосолман китап сығарыуҙы яңыртыуға, мосолмандарҙың даими хажға йөрөүен ойоштороуға өлгәшкән.

Уның етәкселегендә СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назаратының ойоштороу структуралары булдырыла, ул Советтар Союзының башҡа дини идаралыҡтарына, шул иҫәптән Урта Азия һәм Ҡаҙағстандың, Кавказ аръяғының Диниә назараттарын ойоштороу өсөн дә өлгө булып тора. Мосолмандар, совет власы һәм секуляр йәмәғәтселек араһында үҙ-ара конструктив хеҙмәттшлеккә нигеҙ һалына.

Ғабдрахман Рәсүлевтың дини вариҫтары Башҡортостанда һәм сиктәш төбәктәрҙә уҡытыу эшмәкәрлеген беҙҙең көндәргә тиклем барһа, Рәсүлевтарҙың уҡыусыһы, «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тамамлаусы Шакир Хыялетдинов (1890-1974) Рәсәй мосолмандарына 1974 йылға тиклем етәкселек итә. Шулай итеп, Рәсәйҙә традицион исламдың барлыҡҡа килеүе һәм һаҡланыуы Зәйнулла Рәсүлев менән уның улы Ғабдрахмандың киң эшмәкәрлеге менән тығыҙ бәйле.

Зәйнулла Рәсүлев һәм уның улы Ғабдрахман мираҫының бөтә аспекттары: көн һайын Исламдың рухи потенциалын дини һәм йәмәғәт практикаһында тормошҡа ашырыу, заман рухына ярашлы дини белем биреүҙе ойоштороу, хәйриәлек, күп милләтле һәм күп конфессиялы йәмғиәттә традицион исламдың урынын нығытыу, Рәсәйҙәге мосолмандарҙың патриотизмы — бөгөнгө көндә лә көнүҙәк булып ҡала, — тип билдәләй Искәндәр Рәсүл улы.

Уртаҡлашыу