ЯңылыҡтарVIВКББашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуНурия ИҡсановаФәнТәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтайОнлайнБалаҡатайНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Фән һәм мәғрифәт йылында - мәктәптәрҙә ғилми конференциялар

28 апрель 2023, 11:38

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Фән һәм мәғарифәт йылында мәктәптәрҙәге ғилми-ғәмәли конференцияларға айырым иғтибар бүленә. Мартта Бүздәктә - “Халиҡов уҡыуҙары”, Перм крайында «Тасимов уҡыуҙары» үтте, ә ошо көндәрҙә Өфөлә «Таҙа фән» мәктәп ғилми-ғәмәли конференцияһы эшен тамамланы.

Башҡортостандың ун биш районынан һәм дүрт ҡалаһынан 7-11 класс уҡыусылары араһында өс йөҙ уҡыусы «Таҙа фән» республика ғилми-ғәмәли конференцияһына үҙҙәренең тикшеренеү эштәрен тәҡдим итте. Сараны баш ҡаланың М.Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә ун бишенсе тапҡыр үткәрә.

158-се башҡорт гимназияһы директоры Ришат Камалов билдәләүенсә, белем биреү процесы уҡыусыларҙы яңы үрҙәргә әйҙәргә тейеш, шуға күрә бындай ғилми-ғәмәли конференцияларҙы күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай - улар буласаҡ ғалимдар өсөн үҙенсәлекле күнекмә майҙансығы булып тора.


— Был эш менән беҙ генә шөғөлләнмәйбеҙ - Башҡортостанда бер нисә даими форумдың эшләүе ҡыуандыра. Байтаҡ ҡатнашыусыларыбыҙ “муниципаль этапты” үтеп, беҙгә килде. Беҙҙең конференцияның үҙенсәлеге - уның күп планлы булыуында. Ҙур база булғанға күрә, беҙ тикшеренеүсенең эштәренә төрлө яҡлы иғтибар бүлә алабыҙ. Тәҡдим ителгән эштәр теүәл һәм техник фәндәрҙе, тәбиғи һәм гуманитар өлкәне үҙ эсенә алды - уҡыусының барлыҡ ҡыҙыҡһыныуҙар палитраһын солғап алынды, — ти Ришат Марс улы.

Ойоштороусылар баштан уҡ ғәҙәти мәктәп олимпиадалары форматынан арынырға тырышҡан, шуға күрә ярҙам һорап Башҡортостандың алдынғы юғары уҡыу йорттарына мөрәжәғәт иткән, һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың Фәндәр академияһы ла методик ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, һәр номинацияла еңеүселәрҙе билдәләгән жюри составына Башҡортостандың алдынғы юғары уҡыу йорттары - М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм БР Эске эштәр министрлығының Юридик институты уҡытыусылары ингән. Әйткәндәй, уҡыусыларҙың конференцияла тәҡдим ителгән иң яҡшы эштәре мәҡәләләр йыйынтығына инәсәк.

Мәктәп уҡыусылары өсөн ойошторолған бындай ғилми-ғәмәли конференцияларҙың мөһимлеген Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов та билдәләне:

— "Егеттәрҙе фән туҡландыра" - Рәсәй фәненә нигеҙ һалыусы Михайло Ломоносов, ҡасандыр йәшлек осоро менән фәнни танып белеүҙең үҙ-ара бәйләнешен һыҙыҡ өҫтөнә алып шулай тигән. Шуға күрә беҙҙең ойошма иғлан иткән Фән һәм мәғрифәт йылында республикабыҙҙа үтәсәк ғилми-ғәмәли конференцияларҙы мөмкин тиклем яҡлап сығырға ниәтләйбеҙ. Бүздәк, Пермь йәки Өфө уҡыусылары өсөн үткәрелгән конференциялар үҙенсәлекле трамплинға әйләнер, йәш тикшеренеүселәр үҙе һайлаған ғилми юлдың дөрөҫлөгөнә ышаныс алыр, тип ышанабыҙ, — ти Юлдаш Мөхәмәт улы.

Газиз Юсупов

Уртаҡлашыу