|
![]() Яңылыҡтар
«Донъя - яйы менән, ҡоймаҡ - майы менән»Хәйбулла районының Юлбарыҫ ауылы мәҙәниәт йортонда "Донъя - яйы менән, ҡоймаҡ - майы менән" исемле ҡоймаҡ байрамы үткәрелгән. — Ҡоймаҡ - күп халыҡтарҙа киң таралған, яратып ашалған ризыҡ. Байрам өҫтәлендә уның ниндәйе генә юҡ ине: әсеһе лә, сөсөһө лә, ҡалын итеп ҡойолғаны ла, йоҡа ғына үтә күренмәлеһе лә, төрөлгәне лә - һәр береһе телеңде йоторлоҡ! Байрам ҡоймаҡлап, тәмле итеп сәй эсеү менән тамамланды. Сарала ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерәбеҙ. Киләсәктә лә шулай иҫәнлектә-һаулыҡта осрашып торорға яҙһын. Донъялар имен булһын!- тиелә Юлбарыҫ ауылы китапханаһы төркөмөндә. |