|
![]() Яңылыҡтар
Пермь крайы балаларына — башҡорт теле дәрестәре!Пермь крайының Пермь районы Ҡуян ауылында һəм Чернушка ҡалаһында Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында 5-11 класс уҡыусылары өсөн факультатив дəрестəр дауам итә. Уның барышында ҡулланылған «Туган яҡ» эш дəфтəре Пермь крайы губернаторы грантына нəшер ителгəн. Уҡыусылар дəрестə туған телде, ғөрөф-ғəҙəттəребеҙҙе, Ғəйнə ырыуы башҡорттарының тормошон һəм тарихын, шəжəрəлəрен, милли байрамдарыбыҙҙы, музыка ҡоралдарын, кейемдəребеҙҙе, ашһыуҙарыбыҙҙы өйрəнə, башҡорт тирмəһе һəм халҡыбыҙҙың көтитмеше менəн таныша. Уҡытыу программаһына шулай уҡ башҡорт халыҡ əкиəттəрен, йырҙарын, риүəйəттəрен, легендаларын, эпостарын, Башҡортостан тарихын һəм мəҙəниəтен өйрəнеү, милли батырҙар, шағирҙар һəм яҙыусылар менəн танышыу ингəн. Алда əйткəнебеҙсə, факультатив дəрестəр Пермь крайы губернаторы гранты ҡеүəтлəүе менəн «Минең туған төйəгем» проекты сиктəрендə тормошҡа ашырыла. |