|
|
Яңылыҡтар
Иңебеҙҙә – оло яуаплылыҡДүртөйлө районының Мәскәү ауылы халҡын тәүге сиратта ныҡыш һәм маҡсатлы тип билдәләге килә: улар быға тиклем дә “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә ҡатнашты, әүҙемлек күрһәтте һәм финалға тиклем барып еткәне булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар былтырғы бәйгелә еңеүселәр рәтенә инә алманы: ни хәл итмәк, бәйгенең үҙ ҡанундары бар. Мәгәр мәскәүҙәр күңелдәрен төшөрмәне, ең һыҙғанып киләһе йылдағы бәйгегә әҙерләнә башланы. Һәм бына, быйыл улар тағы ла республика этабында көс һынай, тағы ла район һәм Башҡортостан халҡын берҙәмлектәре һәм тырыш булыуҙары менән таң ҡалдыра. Гөрләтеп йәшәр өсөн бөтә шарттар барДүртөйлө районында урынлашҡан был ауылда ике меңгә яҡын кеше йәшәй, биләмә эргәһендә республиканың эре сәнәғәт предприятиеларының береһе – ”ГазпромТрансгазУфа” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Дүртөйлө магистраль газ торбаларының линия-производство идаралығы урынлашҡан, ауыл халҡының күбеһе шунда эшләй. Бында ҙур эш биреүселәр иҫәбенә шулай уҡ “Калинин” исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһын, “Ядрица” Дүртөйлө ярма заводын, пилораманы, автосервисты, биш крәҫтиән-фермер хужалығын индереү зарур. Мәскәүҙә ауыл табип лабораторияһы, Дүртөйлө район үҙәк дауаханаһының психиатрия бүлеге, дарыухана, почта, банк бүлексәләре лә бар. Урта мәктәптә 200-гә яҡын уҡыусы белем ала, “Миләш” балалар баҡсаһына 78 тәрбиләнеүсе йөрөй. Ауыл мәҙәниәт йорто ла гөрләп тора: халыҡ “Аҡ ҡалпаҡ” фольклор ансамблендә, театр һәм бейеү түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Фондында 14 меңдән ашыу баҫма булған китапхананан да кеше өҙөлмәй. Алты магазин, матурлыҡ салоны, бөҙрәхана, столяр оҫтаханаһы – тулы тормош менән йәшәү өсөн Башҡортостандағы Мәскәүҙә бөтәһе лә бар. Иман йорто – мәсет ишеге лә бер ҡасан да ябылмай, сөнки бында дин тәғлимәттәрен хөрмәт иткән, белемгә ынтылған, иманлы кешеләр бихисап. Спорт менән дә дуҫ мәскәүҙәр: ауыл Советы биләмәһендә ике хоккей ҡабы, спорт һәм тренажер залдары бар. Еңеү паркы ла тәртипкә килтерелгән, ауыл халҡының яратҡан ял урыны. Аҫабалар төбәгеТарихына килгәндә, асыҡ сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, ауылға нигеҙ һалған аҫаба башҡорт Мәскәү Аҡъегетов Шамшаҙы улусы башҡорттары Русай Иванаев, Әкәнәй Бишенбаев һәм тағы ла бер нисә иптәше менән 1709 йылда Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан ерҙәрен Бөрөнөң дин әһелдәренә ауыл булдырыу хоҡуғы менән ҡуртымға биргән. 1739 йылдың 27 июнендә башҡорттар Биккенә Дәүләтов, Абдрахман Яҡаев, Ҡонор Үмәров һәм Шамшаҙы улусының Итекәй, Әкәнәй ауылдары аҫабалары менән бергә, башҡорттарға йыл һайын һалынған яһаҡты түләп тороуҙа ярҙам иткән өсөн, Яубаҙы йылғаһы буйындағы һөрөнтө ерҙәрен Бөрө гарнизоны канониры Г. И. Погореловҡа һәм уның ҡустыһына ҡуртымға биреү тураһында килешеү төҙөй һәм шул документта Мәскәү ауылы тәүге тапҡыр телгә алына. Биш йылдан һуң Абдрахман Яҡаев Ҡаршын улусы башҡорто Шәриф Мораҡовтан (Мрятов) бурысҡа 30 һум алып торған татарға (Һарыһаҙ ауылынан) яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыусы булараҡ сығыш яһай. Тап ошо факттар Мәскәү ауылының XVIII быуатта барлыҡҡа килеүен раҫлай. 1789 йылда ауыл халҡы Ишмән һәм Күҫәдек ауылдары кешеләрен бер ниндәй документһыҙ үҙ ерҙәренә индергән. 1859 йылда ауылда 852 башҡорт, 266 типтәр һәм мари, 1920 йылда 2 мең 512 башҡорт һәм 520 типтәрҙәрҙең йәшәүе теркәлгән. Мәскәү ауылы Бөрө кантонының Бөрө улусы үҙәге һәм 10-сы Башҡорт кантонының штаб-квартираһы ла булған. 1836 – 1839 йылдарҙа бында хорунжий Әбделбасир Әбделвәхит улы Сәфәров кантон начальнигы вазифаһын башҡара. Уның улдары Әбделхан, Абдулла, Ғатаулла, Сибәғәтулла 1873 йылда дворянлыҡ титулын алған. Был ауылдан билдәле ғалим, инженер-механик, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре Кенәз Ғәлимханов, республикала «Почёт Билдәһе» орденына лайыҡ булған иң беренсе ҡатын-ҡыҙ, ауыл хужалығы алдынғыһы Фәүзиә Ҡаһарманова, совет һәм Рәсәй педагог-методисы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Бәғиә Мәғәсүмова, башҡорт дворян нәҫеле Сәфәровтар, Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған төҙөүсеһе Илфир Хәбирйәнов сыҡҡан. Берҙәм һәм татыу халыҡ йәшәйМәскәү ауыл советы биләмәһе башлығы Динар Заһит улы Хөснөтдинов ауылдаштары менән лайыҡлы ғорурлана һәм уларҙың “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә еңеү ихтималлығын юғары баһалай. – Бәйгелә беҙ тәүге сиратта Дүртөйлө районы исеменән сығыш яһайбыҙ, уның данын яҡлайбыҙ һәм иңебеҙә оло яуаплылыҡ һалынғанын аңлайбыҙ. Мәскәү ауылы халҡы сәләмәт тормош рәүешенә, әүҙем тормош позицияһына һәр саҡ өҫтөнлөк бирҙе һәм бирә лә. Ауыл советы хакимиәте, урындағы йәмәғәтселәребеҙ ауылда физкультураны, спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә, һәр миҙгелдә саралар ойоштора. Төрлө йәштәге кешеләрҙе берләштергән саңғы ярыштары, хоккей баталияһы, футбол һәм волейбол осрашыуҙары, күңелле старттар һәм башҡа күмәк ярыштар даими үткәрелә, йылдан- йыл күберәк кешеләрҙе йәлеп итә. Ауыл халҡы алкоголле эсемлектәрҙең тотҡоно булмаһын өсөн башҡа йүнәлешле эштәр ҙә башҡарылған. Мәҫәлән, ауыл биләмәһенең ике ауылындағы магазиндарҙа спиртлы эсемлектәр һатыу тулыһынса туҡтатыды. Шулай ҙа тыйып ҡына эскелек тигән афәтте еңеп булмай – беҙ быны яҡшы аңлайбыҙ. Тәүге сиратта айыҡ йәшәү рәүеше норма булғанын кешеләрҙең аңында сағылырға тейеш, шуға ла ауыл советы, мәктәп, ауыл мәҙәниәт йорто коллективтары, шулай уҡ ауылдың йәмәғәт ойошмалары – ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советы, аҡһаҡалдар халыҡты сәләмәт тормош рәүешенә йәлеп итеү эшендә әүҙем ҡатнаша. Унан ауыл төҙөк, матур булһа, халыҡтың рухи ҡанаттарын нығытырлыҡ матур эштәр башҡарылһа ла кәйеф башҡаса була бит. Беҙ быны яҡшы аңлайбыҙ һәм ауылыбыҙҙың йәмен артырыу йәһәтенән төрлө эштәр башҡарабыҙ. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштар хөрмәтенә обелиск асылды, "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы буйынса балалар майҙансығы ҡуйылды, һыу һурҙырыу башняһы алмаштырылды, мәктәптә тәҙрәләр яңыртылды, зыярат яңынан кәртәләнде, янғын гидранты яңыртылды һәм башҡалар. “Айыҡ ауыл” бәйгеһе иһә халыҡҡа дәрт-дарман өҫтәне, улар йәшәү сифатын яҡшыртыуға тағы ла сәмләнеберәк тотондо. Конкурс сиктәрендә көн һайын тиерлек ауылда төрлө саралар үткәрелә. Бөтәһен дә һанап бөтөү мөмкин түгел. "Айыҡ ауыл-2022" республика конкурсы сиктәрендә планлаштырылған саралар ауыл биләмәһендә әле дауам итә. Бөгөндән үк балаларыбыҙҙың йөрәгенә изгелек, айыҡлыҡ орлоҡтары сәсһәк, киләсәктә йәмғиәтебеҙҙә лайыҡлы урын аласаҡ быуын үҫтерәсәкбеҙ. Беҙ сәләмәт йәшәү рәүешен һайланыҡ һәм уның аныҡ һөҙөмтәләрен бөгөндән үк тоябыҙ,– ти Динар Хөснөтдинов. Мәғлүм булыуынса, «Айыҡ ауыл» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды булышлығында тормошҡа ашырыла. Тәжрибәле һәм маҡсатлы мәскәүҙәргә иһә бәйгелә уңыштар теләйбеҙ! Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА. Фото: Мәскәү ауылы Советы биләмәһе |