ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Традицияларҙы дауам итеп, тос тәжрибәгә таянып

10 февраль 2023, 17:47

Бөгөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Фән һәм мәғрифәт йылы презентацияһы үтте, тип хәбәр иткәйнек. Уның барышында йылдың төп йүнәлештәре билдәләнде.

Тематик йылдың саралар комплексы араһында бер нисә маҡсатлы аудиторияға — балаларға, йәштәргә һәм уҡытыусыларға йүнәлтелгән.

Йәштәр аудиторияһы менән эштә «Кесе ҡоролтай» балалар ҡоролтайын булдырыу һәм уның эшмәкәрлеген ойоштороу, башҡорт гимназияларының үҙидара органдары менән «Кесе ҡоролтай» район/ҡала йәмәғәт балалар ойошмалары араһында диалог булдырыу ҡаралған. Был махсус конкурстар, викториналар, дебаттар, конкурстар ойоштороуҙа ла, шулай уҡ башҡорт йәштәренең рәсми булмаған аралашыу мөхитен булдырыуҙа ла сағыласаҡ. Балалар араһында видеоблогерҙарҙың тематик конкурсы ла уларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырасаҡ.

Мәрйәм Бураҡаеваның «Йәйләү» этнографик лагеры программаһы буйынса профилле һәм көндөҙгө лагерҙар кеүек проекттарҙың мөмкинлектәре файҙаланыласаҡ.

Мәктәптәрҙә билдәле мәғрифәтселәргә, күренекле педагогтарға һәм мәғариф, фән эшмәкәрҙәренә арналған берҙәм тематик дәрестәр уҙғарыласаҡ, Рәсәй Федерацияһы төбәктәре уҡыусылары өсөн республикабыҙҙың белем биреү учреждениеларына экскурсиялар ойоштороласаҡ.

Урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары вәкилдәрен йәлеп итеп, өлкән класс уҡыусыларына гуманитар йүнәлешле юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн һөнәри йүнәлеш биреү эше үткәреләсәк.

Хәҙерге фән ҡаҙаныштары менән мәктәп аудиторияһы ла танышасаҡ: Лингводок платформаһын үҫтереү, уның базаһында уҡытыу программаларын булдырыу һәм мәктәптәрҙә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын өйрәнеү буйынса башланғыстарға ярҙам итеү күҙаллана. Педагогтарға ярҙам маҡсатында, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәселәре өсөн квалификация күтәреү курстары ойоштороласаҡ, заманса лексиконға ингән һүҙҙәр менән хәҙерге башҡорт теленең мини-һүҙлектәре әҙерләнәсәк.

Майҙа Башҡортостан туған тел уҡытыусыларының бөтә Рәсәй съезын ҡабул итәсәк. Уның алдынан апрелдә мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары педагогтарының республика форумы үтәсәк.

Ғилми саралар циклы ла ҡаралған: «Хәҙерге Евразияның тел һәм социомәҙәни киңлеге: саҡырыуҙар, традициялар, перспективалар» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы, «Бураҡайев уҡыуҙары» республика ғилми-ғәмәли конференцияһы, Исмәғил Тасимовтың һәм Ҡадир Тимерғазиндың тормошо һәм эшмәкәрлегенә арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы ошо исемлектә. Сентябрҙә Халыҡ-ара полилингваль белем биреү форумы ошо циклдың төп сараһы буласаҡ.

Киң аудиторияға тыуған яҡты өйрәнеү, этнопедагогика, ата-әсәләр психологияһы, балаларҙың ике тел белеп үҫеүенә бәйле ғаиләләр тәжрибәһе, һөҙөмтәле остазлыҡ практикаһы кеүек темалар буйынса фекер алышыу майҙансыҡтарының эше ҡыҙыҡлы буласаҡ. Гуманитар белем биреүҙең торошон, мөмкинлектәрен, педагогтың хәҙерге замандағы ролен тикшереү был өлкәлә Рәсәйҙең алдынғы эксперттарын йәлеп итеү юлы менән үтәсәк. Тарихи мираҫты һаҡлау йүнәлешендә «Тарихи фән һәм уны Башҡортостан мәктәптәрендә уҡытыу» тигән темаға фекер алышыу майҙансығы ойоштороласаҡ, унда тарихсы-ғалимдар һәм уҡытыусылар берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашыр тип планлаштырыла.

Ырыу съездарының төп бурысы шул – тарихсылар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр үҙ тикшеренеүҙәрен бәйән итеп кенә ҡалмай, ә үткәндәрҙең теге йәки был ваҡиғаларын тикшереүҙә дөйөм алымдар уйлап таба. Йыл дауамында һигеҙ башҡорт ырыуы съезы ойоштороласаҡ, улар, республика райондарынан тыш, башҡорттар тығыҙ йәшәгән өлкәләрҙе лә үҙ эсенә аласаҡ.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эгидаһы аҫтында күренекле фән эшмәкәрҙәренең, билдәле мәғрифәтселәрҙең һәм мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең исемдәрен мәңгеләштереү буйынса эш дауам ителәсәк: мемориаль таҡтаташтар ҡуйыу, һәйкәлдәр асыу, иҫтәлекле кисәләр, ғилми-ғәмәли конференциялар үткәреү һәм башҡалар. Урындағы башҡорт ҡоролтайҙары быйыл милли инновацион белем биреү ойошмаларына, гимназияларға, интернаттарға, лицейҙарға күренекле фән эшмәкәрҙәренең һәм мәғрифәтселәрҙең исемдәрен биреү тәҡдимен индерә. Сентябрҙә Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл асыу ҙа педагог хеҙмәтенә ихтирам символы буласаҡ.

Һәр төбәктең үҙенсәлеген һәм оҡшаш темалар спектрын иҫәпкә алып, муниципаль райондар һәм ҡала округтары саралар форматын үҙгәртергә, шулай уҡ йүнәлештәр, темалар йөкмәткеһен һаҡлап ҡалыу шарты менән үҙ проекттарын ойошторорға хоҡуҡлы.

Былар барыһы ла йылдың төп маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу һәм ҡулланыу тәжрибәһен киңәйтеү, йәштәрҙең фәнгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, башҡорт халҡының бөйөк мәғрифәтселәренең исемдәрен мәңгеләштереү өсөн эшләнә. «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы тематик йыл сараларының координаторы һәм консультанты булып сығыш яһай.

Мәғлүмәт таратыуға ла ҙур иғтибар бүленә: киң мәғлүмәт сараларында тематик колонкалар һәм материалдар ойоштороласаҡ, эш социаль селтәрҙәрҙә – территориаль ҡоролтайҙар биттәрендә әүҙем яҡтыртыласаҡ. Яҙмаларҙы ошо хештегтар буйынса табырға мөмкин: #ҡоролтай #курултай #ГодПросвещения #МәғрифәтЙылы.

Фән һәм мәғариф йылы йомғаҡтары буйынса компетентлы жюри республика райондары һәм ҡалалары, Рәсәй Федерацияһының башҡорт йәмәғәт ойошмалары араһында еңеүселәрҙе билдәләйәсәк. Фән һәм мәғариф йылына йомғаҡ Башҡорт теле көнөндә – 2023 йылдың 14 декабрендә яһаласаҡ.

Уртаҡлашыу