|
![]() Яңылыҡтар
Юлдыбайҙар «Айыҡ ауыл» яҡлыЙылайыр районының Юлдыбай ауылы бик боронғо төбәктәрҙең береһе, 800 йылдан ашыу тарихы булған ауылыбыҙ быйыл "Айыҡ ауыл-2022" республика конкурсында ҡатнаша. Юлдыбайҙа 1700-ҙән ашыу кеше йәшәй. Өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә, балалар ҙа күп. Арҙаҡлы шәхестәре менән дә хаҡлы рәүештә ғорурлана. Ҡайһы ғына өлкәне алһаң да, мотлаҡ Юлдыбайҙан сыҡҡан кешеләр республика, Рәсәй кимәлендә танылыу яулаған. Һәр береһен айырып әйтеп тә бөтөп булмай: мәҙәниәт, сәнғәт, мәғариф, сәнәғәт, хоҡуҡ һаҡлау, хәрби өлкә, һаулыҡ һаҡлау, әҙәбиәт, ауыл хужалығы һәм башҡа, һәм башҡа тармаҡтарҙа юлдыбайҙар ысын мәғәнәһендә фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәттәре менән танылыу яулаған. Бик күп саралар үткәрелә. Иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып социаль сирҙәргә дусар булғандарға, ауыр яҙмыш хәлендә ҡалғандарға ярҙам итеү тора. Ауылда ундай ғаиләләр күп түгел, шулай ҙа бар. Махсус комиссия төҙөлөп, көн һайын уларға рейдҡа йөрөйҙәр, аңлатыу эштәре алып барыла, бынан тыш йәмәғәт тормошона ла улар әүҙем йәлеп ителә. Спорт сараларында ла ҙур теләк менән ҡатнашалар, мәҙәниәт тормошоноң да уртаһында ҡайнайҙар. Иң мөһиме - юлдыбайҙар сәләмәт тормош яҡлы. Беҙҙең ауыл юл сатында урынлашһа ла, көтөүлектәр өсөн ҡулай ерҙә ултыра. Ауылда ишле-ишле мал аҫраған ғаиләләр күп. Мәҫәлән, Хамматовтар 30 баштан ашыу йылҡы көтә, Мостафиндар 20-нән ашыу һыйыр, 100-ҙән ашыу тауыҡ тота, Нәзир Исәкәев фермерлыҡ менән шөғөлләнә. Рәхмәтуллин Ғәфүр, Муллагилдин Бүләктәр ун баштан кәм мал көтмәй,шулай уҡ Рәйес Айытҡолов, Айрат Зөлҡәрнәев, Ғәле Абдуллиндарҙы әйтеп үтер инек. Мәҡсүтовтар мәҫәлән 40-тан ашыу һарыҡ көтә, Иҫәндәүләтовтар 40 тирәһе кәзә аҫырай. Әлбиттә, бөтәһен дә һанап бөтөп тә булмай. Йәштәр малсылыҡ, ҡошсолоҡ, ҡортсолоҡто терәк итеп күреүҙәре, ошо тармаҡты үҫтереүҙәре менән һоҡланыуға лайыҡ. Халыҡ кәсептәре лә онотолмай, уларҙы йәштәргә өйрәтеү буйынса әһәмиәтле эштәр башҡарыла. Спортҡа беҙҙә бик ныҡ ҙур иғтибар бирелә. 2005 йылда ауылда “Батыр” спорт һауыҡтырыу комплексы асылды. Әйткәндәй, уны асыу тантанаһында Башҡортостандың Беренсе Президенты Мортаза Рәхимов та ҡатнашҡайны. Мәктәп эргәһендә киң, иркен стадион бар, ҡыш буйы балалар саңғыла йөрөһә, яҙ етеү менән туп тибә башлайҙар. Урал аръяғының агроинженерия колледжы, мәҙәниәт йорто, мәктәп спорт залдары ла бер ҡасан да буш тормай. Бынан тыш ауылдың булдыҡлы һәм йүнсел йәштәре былтыр үҙ көстәре менән футбол майҙаны төҙөп, файҙаланыуға тапшырҙы. Был изге эшкә Рушан Зайдуллин тигән ауылдаш егет башланғыс һалғайны. Дуҫ-иштәрен дә йәлеп итеп, үҙенән 150 мең аҡса һалып, башҡалар ҙа уға ҡушылып, бөтә эште үҙ көстәре менән атҡарып сыҡтылар. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк, махсус хәрби операция башланғас та, ауыл халҡы ярҙам күрһәтеүгә әүҙем тотондо. Ауылдан үҙ теләге менән ҡушылған егеттәр ҙә күп. Ауыл халҡы тәүге көндәрҙән үк гуманитар ярҙам йыйып оҙатты. Яугирҙәргә нимә кәрәк – барыһын да ебәрергә тырышалар. Был тәңгәлдә йәмәғәт ойошмаларының да эше баһалап бөткөһөҙ ҙур. Ауылда йәмғеһе унға яҡын йәмәғәт ойошмаһы эшләй: "Ағинәйҙәр ҡоро", "Аҡһаҡалдар ҡоро", "Әлимәкәй" ҡатын-ҡыҙҙар клубы, "Юлдыбай" ир -егеттәр советы, ҡатын-ҡыҙҙар советы (женсовет), Ирекмәндәр ойошмаһы, балалар ҡоро - "Кесе ҡоролтай". Апай-инәйҙәр маскировкалы селтәр бәйләне, кейеҙ түшәктәр баҫты, йөн ойоҡтар, бейәләй-бирсәткәләрҙең иҫәбе-һаны юҡ, емеш-еләк тә, милли ризыҡтарҙан талҡан, ҡаҡ, ҡурмас, ҡыҙыл эремсек, бал ебәрелде. Һалма, туҡмас ҡырҡып, сәк-сәк, бауырһаҡтар бешереп, яҙғы авитаминоз ваҡыты етеп, әсеһерәгәндә килешер һалдаттарға тип, кәбеҫтә тоҙланы, көҙбайлыҡ тоҙло ҡыяр, салаттарҙан да өлөш сығарылды. Ир-егеттәр үҙ ҡулдары менән селтәр үреп бирҙе, арҡан иште. «Айыҡ ауыл» бәйгеһе сиктәрендә район кимәлендә “Милли эсемлектәр” байрамы ла юғары ойошҡанлыҡ менән үтте. Ун ике ауыл биләмәһе милли эсемлектәр: ҡымыҙ һәм буҙаны, айран һәм ҡатыҡты, шулай уҡ ҡайын һуты һәм төрлө емеш-еләктәрҙән әҙерләнгән һуттар, кеҫәлдәр, шифалы үләндәр сәйҙәре, төнәтмәләрҙе әҙерләү һәм файҙаланыу тураһында уртаҡлашты. Хатта имән сәтләүегенән кофе эшләү серҙәрен дә өйрәттеләр. Ниндәй генә сара үтһә лә, халыҡ бер төптән ҡалҡып сығыуы ҡыуандыра. Сөнки һуңғы бер нисә йылда киҙеү арҡаһында тиекме, халыҡ, ысынлап та, өйөнә бикләнеп, һүнеп барғандай тойола ине. Әле ауылда шундай йәнлелек. Былтыр Сәләх ауылының еңеүе юлдыбайҙарҙы ныҡ дәртләндерҙе. Алда әле тағы ла үҙенсәлекле саралар көтөлә, улар тураһында беҙҙең районға ҡағылышлы бөтә төркөмдәрҙә лә ҡарап барырға була. Юлдыбайҙар шулай уҡ «Юлдаш» радиоһының «Атайсалға изге эштәр» конкурсында ла финалға сыҡты, әле тауыш биреү буйынса ла беренсе урында барабыҙ. Бөгөн юлдыбайҙар "Сәләм", "Хәйерле иртә, республика!" тапшырыуҙарында тура эфирҙа ҡатнашты, яратҡан баҫмаларыбыҙ - "Йәшлек" гәзите менән "Ағиҙел" журналын 100 йәшлек юбилейы менән ҡотланы. Алда әле бик йөкмәткеле һәм әһәмиәтле саралар ойоштороу көтөлә. "Яманташ" экстрим-туры ла юғары кимәлдә үтәсәгенә ышаныс ҙур. Әйткәндәй, Юлдыбай тәбиғәте менән туристарҙы әүҙем йәлеп иткән төбәк булып тора. Беҙҙә ҙур Яманташ, бәләкәй Яманташ тигән ҡая-ташлы хозур ерҙәр бар. Элек -электән туристар мул һыулы Һаҡмарҙан ағып, ошо ерҙә туҡтап китә торғайны. Әле лә йыл һайын яҙғыһын Һаҡмарҙа сплавҡа төшөүселәрҙе осратабыҙ. Айгөл Айытҡолова |