ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Ҡурайсылар ҡартатаһы — Әҙһәм Исҡужин

27 ғинуар 2023, 18:32

«Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Әҙһәм Динислам улы Исҡужинды иҫкә алғанда иң тәүҙә ошо ике шәхестең матурлыҡ, бәхет, батырлыҡ һәм даһилыҡ хаҡында әйткән һүҙҙәре иҫкә килеп төштө. Юҡҡа ғына түгелдер. Ни өсөн тигәндә, булмышы менән ябайҙарҙан-ябай, тәбиғәттең үҙе кеүек үтә лә самими, атҡарған ғәмәлдәре менән ҡаһарман йөрәкле, фиҙаҡәр рухлы, баһадир һын-һыпатлы ине Әҙһәм ағай», — тип яҙа Әхмәт Ғүмәр-Үтәбай оло шәхескә арналған мәҡәләһендә.

Милләт феномены

Үҙем дә уның менән бәйле булған ике генә ваҡиға хаҡында әйтеп үткем килә. Әле Әҙһәм ағайҙы ишетеп һәм алыҫтан ғына ишетеп-күреп белгән саҡта көҙҙөң ырашҡылы бер шөҡәтһеҙ кисендә "Өфө-Сибай" поезына яҡын туғанымды оҙатырға барҙым. Хушлашып, поезд ҡуҙғалып киткәс, ҡалаға күтәрелер өсөн трамвайға эләгә-һарҡа саҡ-саҡ ултыра алдым. Тимер ат нышып тултырылғандай. Этеш-төртөш. Ҡысҡырыш. Һүгенеү тауыштары. Етмәһә, көн торошо пассажирҙарҙың кәйеф-торошонда туранан-тура сағылыш тапҡан. Кемдер тәбиғәтте, кемдер ҡала түрәләрен әрләй...

Шул саҡ барыһын да кинәт тынып ҡалырға, ауыҙҙарын шапылдытап ябырға, тын алырға оноторға мәжбүр иткән бер күренеш булды. Ҡапыл ғәйрәтле һәм моңло тауыш менән берәү "Урал"ды йырлап ебәрмәһенме! Күңелгә йылы йүгерҙе. Йырсының көслө аһәңе трамвай тәҙрәләрен зыңғылдатты. Салонда себен осҡан да тауыш ишетелмәй. Йыраусы көйҙөң бер бөгөлөн тамамлап, икенсегә тын ялғаған арала бер-ике секунд тынлыҡ арауығында трамвай тәгәрмәстәренең туҡылдағы ғына ишетелеп ҡала. Бер туҡталыш үттек, икенсе туҡталыш, бер аҙҙан тимер ат Ленин урамынан Революция урамына боролош яһай. "Үҙәк баҙар" туҡталышына килеп етәрәк йырсы көйҙөң һуңғы ноталарын яңғыратҡас, трамвай халҡы дәррәү рәүештә ҡул сабырға, йырсыға үҙенең һоҡланыуын еткерергә тотондо. Туҡталышта байтаҡ халыҡ төшөп ҡалды. Шул саҡ ҡына урталыҡта тау кеүек баҫып торған Әҙһәм Исҡужинды таныным. Яҡташым янына барҙым. Шунда таныштыҡ. Ҡосаҡлап уҡ алды. Таңһылыу еңгәйҙе поезға оҙатҡан икән.

Таңһылыу еңгәй, тигәндән, 1998 йылда ул миңә эшкә шылтыратып, ниндәйҙер мәсьәлә хаҡында һөйләшергә кәрәк, тип саҡырғайны. Барҙым фатирҙарына. Ғалимә Таңһылыу Күсимова ауырып түшәктә ята. Мине Әҙһәм ағай ҡаршыланы. "Баймағым ҡунаҡҡа килде", тип, ишектән ингәс тә үк ҡосаҡлап алды.

Баҡтиһәң, мине ул оло ҡунаҡ итеп хөрмәтләргә махсус әҙерләнеп көткән икән. Әҙерләгән табынында ҡош һөтөнән башҡа барыһы ла бар ине. Бишбармаҡҡа һалманы үҙебеҙсә, баймаҡса, шаҡмаҡ итеп үҙ ҡулдары менән тураған. Ҡыш ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, ҡымыҙын да, емеш-еләген дә, башҡаһын да тапҡан. Мине үҙ ғүмеремдә атайымдан өлкән икенсе берәүҙең ошо рәүешле итеп үҙ ҡулы менән табын әҙерләп ҡаршылағаны һәм ҡунаҡ иткәне булманы.

Талантлы кеше һәр йәһәттән дә талантлы, тигәндәй, был юлы Әҙһәм ағай миңә аш-һыу әҙерләү, килештереп ҡунаҡ һыйлау оҫталығын күрһәтте. Әллә нисек ине, алпамышалай ил ағаһының кем берәүгә хөрмәт күрһәтәм, тип, ҡала фатиры эсендә йүгермәләп йөрөүе. "Борсолма, ағай", тип әйтеүемде ишетергә лә теләмәй, икенсенән, уның ихтыярына ҡаршы тороуы мөмкин дә түгел ине. Өсөнсөнән, Әҙһәм ағай һиңә шундай итеп хөрмәт күрһәтә, уның ҡунағы булыуыңа ҡыуанаһың, милләттәше булыуыңа шатланаһың, уның рухи атына атланаһың.

Халҡыбыҙ ҡунаҡсыллығының милли рухыбыҙҙы күтәрер сара икәнен шунда нығыраҡ аңланым. Яһалмалыҡтың осмото ла юҡ, ихласлыҡ, эскерһеҙлек, ябайлыҡ - хужаның тап ошо сифаттары ҡунағына күсә.

Беҙ Таңһылыу Хажим ҡыҙы менән төпкө бүлмәлә әңгәмәләштек. Был осрашыуҙа шуныһы үҙенсәлекле булды: ғалимә мине үҙе янына шундай мәсьәләне асыҡлар өсөн әңгәмәгә саҡырған икән. Ул да булһа - "Баймаҡ феномены". Был күренештең асылы, сәбәптәре, тарихи нигеҙҙәре хаҡында барҙы һүҙебеҙ. Ғалимә үҙ дәлилдәрен килтерә, мин үҙемдекен әйтәм. Әҙһәм ағай әленән-әле беҙҙең әңгәмәне өҙөп, әле бер төрлө, әле икенсе төрлө һыйы әҙер булғас, табын янына саҡыра. "Аһ-аһ, Таңһылыу, ҡунағыбыҙҙы асыҡтырабыҙ бит, һин уны хәбәр менән һыйлайһың", - тип бүлмәбеҙгә килә лә инә, килә лә инә.

Сираттағы тапҡыр табын янына саҡырғас, мин Әҙһәм ағайға ишаралап:
- "Баймаҡ феномены" тип әйтәһегеҙ, Баймаҡ феномены бына ошолай була инде, - тинем. Баймаҡ ҡына түгел, милләтебеҙ феномены ине Әҙһәм Исҡужин.

Ҡурайсы намыҫы

Әҙһәм ағайҙың юҡлығы һуңғы йылдарҙа, бигерәк тә ҡурайыбыҙға уңдан да, һулдан да яҫҡыныусылар күбәйгән ваҡытта ныҡ һиҙелә.

Әммә бер хәҡиҡәт бәхәсһеҙ: ҡурай башҡорт рухынан, уның милли булмышынан, асылынан, тарихынан айырылғыһыҙ. Бәлки, булмаған тарихты бар, тип яҙып та булалыр, әммә икенсе берәүҙең фажиғәле яҙмышы аша тыуған әрнеүен, һыҙланыуын үҙләштереп булмай.

Шуның өсөн дә ҡурай үҙенең серен тик башҡорт рухы аша ғына асасаҡ, башҡалар ҡулында иһә ул һыбыҙғы ғына булып ҡаласаҡ. Был хаҡта Әҙһәм Исҡужин "Ҡурайсы намыҫы" тигән мәҡәләһендә теге быуатта, улай ғына ла түгел, теге эрала уҡ яҙып ҡалдырған:

"Ҡурайҙы "биш кенә тауышы бар, хан заманынан ҡалған көтөүсе ҡоралы", тип хурлаусы ла үҙебеҙҙең аранан сыҡты бит. Һайлауҙарҙа халҡыбыҙ мәнфәғәтен яҡлаусы альтернатив кандидатҡа ярҙам итеп, башҡорт ауылдарында боронғо йыр йырлап, ҡурай уйнап йөрөүселәр ҙә булманы түгел, булды: инаныуы буйынса түгел, аҡса өсөн.

Шул уҡ аҡса өсөн ҡурайҙы иблистең үҙенә өйрәтергә әҙер булғандар ҙа юҡ түгел. "Каруанһарай" төркөмө егеттәре һөйләгәненән: беҙгә килеп, ҡурай буйынса махсус белем алып ҡайтҡан ҡаҙаҡ егете Тәлғәт Муҡышев бөгөн башҡорт халыҡ көйҙәрен ҡаҙаҡ көйө тип иғлан итеп уйнап йөрөй икән. Был күренеште халыҡ-ара кимәлдә уғрылыҡ тип атаһаң да артыҡ булмаҫ...

Ҡурайсы этикаһы, ҡурайсы намыҫы тураһында уртаға һалып һөйләшергә ваҡыт. Быуаттар аша атай-олатайҙарыбыҙ беҙгә Ҡурайсы тигән оло исемде һаҡлап килтереп еткергән икән, бөгөн беҙ шуны етди аңларға тейешбеҙ: Ҡурайсылар союзында ҡурайсы намыҫына, хәҙергесә әйткәндә, Ҡурайсы кодексына тап төшөрөүселәр ағза була алмай..."

Әҙһәм Исҡужин әжеренең хаҡын юл сығымдарын ҡапларлыҡ ҡына итеп ҡуйып, республикабыҙ ауылдары һәм ҡалалары, сит өлкәләр буйлап балаларға ҡурай дәрестәре биреп йөрөгән. Бөгөн иһә уның уҡыусылары үҙҙәре үк урындарҙа үҙҙәренең уҡыусыларын булдырған.

Социаль селтәрҙәрҙә ағымдағы 2018 йылды Ҡурай йылы итеп атарға тигән тәҡдимдәр барлыҡҡа килде. Унда һәр бер башҡорт ғаиләһендә ҡурай һәм унда уйнаусылар булыуы маҡсаты ҡуйыла. Бик ваҡытлы тәҡдим. Дөрөҫөн әйткәндә, Әҙһәм Исҡужин был изге ғәмәлде әллә ҡасан уҡ башлаған, тик уның эшен дауам итеү генә талап ителә.

Хәтирәләренән алынған был саралар рухиәт көрәшсеһе Әҙһәм Исҡужиндың тынғыһыҙ эшмәкәрлегенең меңдән бер өлөшө лә түгелдер. Уҡыусыһы Юлай Ғәйнетдинов хаҡлы рәүештә остазын "Ҡурайсылар атаһы" тип атай. Ул тәрбиәләгән ҡурайсылар инде күптән үҙҙәренең уҡыусыларын тәрбиәләгән, үҙ мәктәбен булдырған. Тимәк, хаҡлы рәүештә Әҙһәм Исҡужинды "Ҡурайсылар ҡартатаһы" тип атарға булалыр. Быуындар күсәгилешлелегенең ошондай силсиләһе йәшәгәндә ҡурайыбыҙ мәңге йәшәйәсәк.

Уртаҡлашыу