VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Башҡорт Ғаиләһе ЙылыАйыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайБашҡорт тарихы йылыМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Айнур Асҡаровтың фильмдарын ҡарарға килегеҙ

28 ноябрь 2022, 09:03

1 декабрҙә Өфөләге «Родина» кинотеатрында Айнур Асҡаровтың «Буран» фильмы күрһәтелә башлай. Төп ролдә — Рәсәй актеры Александр Головин.

Артабан ете көн дауамында ошо кинотеатрҙа башҡорт режиссерының башҡорт һәм рус телдәрендә «Өс таған» мажаралы фильмы, «Йыл ғаиләһе» комедияһы күрһәтеләсәк. Уларға Пушкин картаһы буйынса инергә мөмкин, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәҙәниәт министрлығынан.

«Башҡортостан» киностудияһы һәм «Асҡарфильм» компанияһы тарафынан төшөрөлгән фильмдар аҙналығында барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ. Һәр фильмдан һуң ижади осрашыуҙар үткәрергә планлаштырабыҙ, уларҙа үҙем ҡатнашасаҡмын, саҡырылған ижади коллективтар ҙа буласаҡ. Яратҡан тамашасыларыбыҙ менән «һорау — яуап» форматында аралашырға, тәьҫораттарыбыҙ менән бүлешергә теләйбеҙ, — ти режиссер Айнур Асҡаров.

«Буран» драмаһы Свердловск киностудияһында төшөрөлдө. Ул режиссерҙың тыуған яғында — Хәйбулла районында 2016 йылда булған ысын хәлдәргә нигеҙләнгән. Фильм 2021 йылда прокатҡа сыҡты.

Уртаҡлашыу