VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Ағинәйҙәр кәсептәрҙе тергеҙә

25 ноябрь 2022, 11:07

Сыңғыҙ ауылында ҡорама ҡорау, балаҫ, тула һуғыу, сарыҡ тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткән.

Баймаҡ районында ағинәйҙәр хәрәкәте бик әүҙем эшләй. Әйтергә кәрәк, был егәрле, һәләтле, талантлы ҡатын-ҡыҙҙар йырлап-бейеп, концерт ҡуйып ҡына йөрөмәй, ә халҡыбыҙҙың онотолоп барған кәсептәрен, милли йолаларын тергеҙеү, инәй-өләсәйҙәрҙең шөғөлдәрен йәш быуынға өйрәтеп ҡалдырыу йәһәтенән маҡсатлы эштәр алып бара.

Сыңғыҙ ауылы ағинәйҙәре лә ошо йәһәттән маҡтауға лайыҡ. Уларҙың етәксеһе – Ишһылыу Рәжәпова, ә Мәрйәм Мәхмүтова, Мәҙинә Туйсина, Дәүләтбикә Әбдрәшитова, Әлфиә Сирбаева, Дамира Усманова, Рәйлә Әбдрәшитова, Ғәлиә Нурғәлина, Вәсимә Солтангилдина - иң әүҙем ағинәйҙәр. Улар ҡул эштәренә лә, йыр-бейеүгә лә маһир. Әйткәндәй, ҡул эштәре йүнәлешен Мәрйәм апай Мәхмүтова алып бара.

«Ҡорама ҡорау, тула һуғыу, сарыҡ тегеү, балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Был йүнәлештә кәңәшләшеү өсөн Мерәҫ ағинәйҙәрен саҡырҙыҡ. Милли стилдәге күлдәк тегеү өсөн Иҫке Сибай ауылы ағинәйҙәре менән тәжрибә уртаҡлаштыҡ,» - тип һөйләй ойошма етәксеһе Ишһылыу Рәжәпова.

Был уңған апай-инәйҙәр дини тәрбиәгә лә ҙур иғтибар бирә. Октябрь айында дин әһеле, олуғ ишан Ғабдулла Сәидиҙең тыуыуына 175 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән мөнәжәт бәйгеһендә 70-ләп ҡатнашыусы араһында Сыңғыҙ ағинәйҙәре икенсе урынға лайыҡ булған.

Үҙ тормошон мәғәнәле итеп, ауыл тормошон йәмләп йәшәгән ағинәйҙәргә "Афарин«дан башҡа һүҙ юҡ!

Гөлдәр Яҡшығолова
Фотолар: И. Рәжәпованың сәхифәһенән.
Уртаҡлашыу