|
![]() Яңылыҡтар
«Беҙ һәр саҡ берҙәмлек өлгөһө булдыҡ»Күптән түгел Ханты-Манси автономиялы округы-Юграла Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы — башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге «Рәсәй Армияһының милли өлөштәре. Тарихы һәм бөгөнгөһө. Башҡорттарҙың хәрби тарихы» тигән темаға конференция ойошторҙо. Сара СССР-ҙың Дәүләт комитеты ҡарары буйынса генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоу көнөнә арналды. Мәғлүм булыуынса, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Брянск, Воронеж, Көньяҡ-Көнбайыш фронттарҙа, Сталинград һуғышының аяуһыҙ алыштарында еңеү яулаған. Күрһәтелгән батырлығы өсөн дивизия 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы итеп үҙгәртелә. Дивизия шулай уҡ Чернигов-Припять операцияһында ҡатнаша, алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Чернигов исеме бирелә. Шулай уҡ, яҡташтарыбыҙ Днепрҙағы һуғышта, Украина, Белоруссия, Польшаны азат итеүҙә, Көнсығыш-Померань һәм Берлин стратегик операцияларында ла ҡатнаша. Дивизияның 3860 яугире орден-миҙалдар менән бүләкләнгән, шул иҫәптән 78-е — Советтар Союзы Геройҙары, ә бишәүһе — Дан орденының тулы кавалерҙары. Башҡортостанда батырҙар иҫтәлегенә музейҙар, һәйкәлдәр, обелисктар асылған, мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған, фильмдар һәм тапшырыуҙар төшөрөлгән, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына һәм уның яугирҙарына арналған спектаклдәр ҙә бар. «Рәсәй Армияһының милли частәре. Тарих һәм заман» темаһына Андрей Худолеев, «Знание» ойошмаһының федераль эксперты, РФ Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса советтың дәүләт милли сәйәсәтен мәғлүмәти оҙатыу мәсьәләләре буйынса комиссия секретаре сығыш яһаны. Башҡорт кавалерия дивизияһына һәм уның яугирҙарына арналған спектаклдәр ҙә бар. «Рәсәй Армияһының милли частәре. Тарих һәм заман» темаһына Андрей Худолеев, «Знание» ойошмаһының федераль эксперты, РФ Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса советтың дәүләт милли сәйәсәтен мәғлүмәти оҙатыу мәсьәләләре буйынса комиссия секретаре сығыш яһаны. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты, тарих фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова 1812 йылғы Ватан һуғышы хаҡында үҙенсәлекле мәғлүмәттәр менән таныштырҙы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың биографияһы, батырлыҡтары һәм 112-се Башҡорт кавалерия девизия хаҡында ла әйтеп үтте. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы урынбаҫары Илнур Дилмөхәмәтов «Башҡорт халҡының фольклоры һәм әҙәбиәте әҫәрҙәрендә Бөйөк Ватан һуғышы темаһы» тигән телмәр менән сығыш яһаны. Ә унан һуң Наилә Зөлҡәрнәева етәкселегендәге «Ирәндек» вокаль-фольклор ансамбле «Любизар» тарихи йырын һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡадир Даян шиғырына һәм Заһир Исмәғилев көйөнә яҙылған «Шайморатов генерал» патриотик йырын башҡарҙы. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, тап ошо йырҙы башҡарып, Сибай филармонияһының мобилизацияланған артистары бөтә интернет киңлеген хайран ҡалдырғайны. Конференцияла Сургут ҡалаһы хакимиәтенең йәмәғәт хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса идаралығының хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү бүлеге начальнигы Светлана Перунова, Сургут ҡалаһы Думаһының нормалар ижады, мәғлүмәт сәйәсәте һәм хоҡуҡ тәртибе буйынса даими комитеты рәйесе урынбаҫары Айҙар Яуышев, милли-мәҙәни берекмәләр, «Билбау көрәше федерацияһы һәм «Көрәш» ойошмалары вәкилдәре, Айбулат Сафин һәм юғары уҡыу йорттары, колледж студенттары ҡатнашты. Сараны ойоштороусыларҙың береһе, Ханты-Манси автономиялы округы-Югралағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге белгесе Динә Бүләкова түбәндәгеләрҙе билдәләп үтте: Һәр быуат тарихында шанлы йылдар бар. 1812, 1914, 1941 йылдарҙағы һуғыштарҙы ғына алайыҡ. Бөгөн дә илебеҙ иңенә ҙур һынау ятты, йәнә берләшкән Европаға, көнбайыш илдәренә ҡаршы көрәшәбеҙ, Ватаныбыҙҙың үҙаллылығын һаҡлайбыҙ. Ниндәй генә осорҙар кисермәһен, илебеҙҙә йәшәгән 200-ҙән ашыу милләт халҡы һәр саҡ берҙәм булып, дуҫлыҡ һәм теләктәшлек нигеҙендә, Ватан һағына баҫҡан, тыуған ерен дошмандан аяған. Әле лә ошо уҡ хәлде күрәбеҙ – Рәсәй халҡы бер бөтөн булып ил именлеге өсөн көрәшә. Конференцияға килгәндә, Андрей Худолеевтың ноябрҙә Сорғотта буласағын белгәс, Рәсәй армияһының милли бүлегенә арналған сара үткәрергә тәҡдим иттем. Бик фәһемле һөйләшеү булды. Сараның төп маҡсаты – шанлы тарихыбыҙҙы иҫкә төшөрөү ине, сөнки тап үткәндәр бөгөнгөнөң сағылышы, килсәктә сағылышы булып тора, – тине Динә Фәнил ҡыҙы. Шулай уҡ конференцияла хәрбиҙәрҙең ғаиләләрен төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү саралары тураһында ла етди һөйләшеү булды, аныҡ пландар билдәләнде. |