Ҡоролтай тауышыЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь Радий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБөрөЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасҠариҙелПодкастыБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарӘлшәй районыУрал батырБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауБейеүАуҙарышМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатДыуанСпортАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюШайморатовШәхесМәҡәләләр
Ҡоролтай тауышы

Илһөйәрлек, телһөйәрлек, милли рух тантанаһына әүерелде

14 ноябрь 2022, 16:11

Быйыл йәй Солтанбәк ауылы «Айыҡ ауыл −2021» республика конкурсында «Ҙур ауылдар» номинацияһында икенсе урын яулап, 3,5 миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булғайны. Ошо ваҡыт арауығында был аҡсаға заманса тренажерҙары булған, резина япма йәйелгән, баскетбол майҙансығын да үҙ эсенә алған, иң мөһиме — хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән ҙур спорт майҙансығы төҙөлдө. Яңы объектты асыу уңайынан Солтанбәктә «Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух» тигән байрам гөрләп уҙҙы.Халыҡ көтөп алған ошо майҙансыҡты асыу тантанаһына район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәре — билдәле тарихсы, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, шағирә, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, күренекле яҡташыбыҙ Винарис Абдуллин, шулай уҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Селянина, Асҡын ауыл биләмәһе башлығы Ришат Лотфуллин, махсус хәрби операцияла туғыҙ ай булып, илебеҙ именлеген һаҡлап әле ялға ҡайтҡан райондашыбыҙ Рәмис Әхмәҙишин, яңы ғына хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан Солтанбәк ауылы егете Линат Ғимазов (Линатҡа ла махсус хәрби операцияла ҡатнашырға тура килгән), Афған һуғышы ветерандары Илһам Суфиянов, Рәзиф Садыҡов һәм бар ауыл халҡы ҡатнашты.Ҡунаҡтарҙы солтанбәктәр һәр ваҡыттағыса асыҡ йөҙ, йыр-моң менән ихлас ҡаршыланы. Уларҙың һәр береһе сығыш яһап, сәләмәт, айыҡ тормош көтөүсе солтанбәктәрҙең ошо мәртәбәле конкурс барышында айыҡ, сәләмәт тормошто пропагандалауҙағы эштәрҙә шул тиклем әүҙем, рухлы, берҙәм булыуын билдәләне. Ауылда быуындар күсәгилешлеген һаҡлап, рухи, тарихи тамырҙарҙы өйрәнеп, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеп, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған рухи булмышлы халыҡ йәшәгәнлеге лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды.Мәртәбәле бәйгелә еңеүгә ҙур өлөш индергән бер төркөм әүҙемселәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һәм район хакимиәтенең почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Район мәҙәниәт йорто директоры Жәлил Ғәйбәҙуллин етәкселегендә мәҙәниәт йорто артистары һәм яҡташыбыҙ Винарис Абдуллиндың сығышы сараға йәм өҫтәне. Һәр ваҡыттағыса, урындағы автоклуб сараны үткәреүҙә ярҙам күрһәтте.

Ҡыҙыл таҫма киҫелгәс, барыһы ла заманса спорт майҙансығына инеп, тренажерҙарҙа үҙҙәрен һынап ҡараны. 80 йәшен тултырған Нурулла ағай Хәсәнов, 80-гә етеп килгән Иҡзида апай Насртдинова, Рәминә апай Нурмөхәмәтова, 75 йәшен тултырған Сәүиә апай Хәсәнова ла, йәштәргә эйәреп, тренажерҙарҙа күнегеүҙәр яһаны. Шул арала ир-егеттәр ҡул көрәштерә башланы, баскетбол майҙанында ла гөр килделәр.

— Беҙ бындай майҙансыҡты күптән көттөк! Хәҙер бында ғаилә менән киләсәкбеҙ. Конкурсты ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашып, еңеүгә үҙ өлөштәрен индереүселәргә, майҙансыҡты ҡороп, төҙөүселәргә ҙур рәхмәт, — тине солтанбәктәр.

Ауылда был көндө тағы ла бер яңы объект — урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса алынған балалар майҙансығы асылды. Бында кескәйҙәр ҡунаҡтарҙы дәртле, илһөйәрлек менән һуғарылған флешмоб менән ҡаршы алды. Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Наилә Ильясова барыһын да сәләмләп, сығышында ошо майҙансыҡ алыуға үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә р рәхмәт белдерҙе.

Район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы ла солтанбәктәрҙең әүҙемлеген, берҙәмлеген билдәләп, артабан да был программала ҡатнашырға, ауылды төҙөкләндереү мөмкинлеген файҙаланырға саҡырҙы.

Ҡунаҡтар мәктәп ихатаһында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә арналған обелиск янында булды, артабан былтыр Солтанбәктең илһөйәр улы, тыуған яҡы өйрәнеүсе Шаһийән Миңлеғәлиев иҫтәлегенә асылған таҡтаташ янына барып, уны иҫкә алды һәм сәскәләр һалды.

Мәктәп тә лә ҡунаҡтарҙы у көтәләр ине. Ағалы-һеңлеле Динислам һәм Гүзәл Суфияновтарҙың «Ҡара юрға» бейеүе генә ни тора! «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән осрашыу ҙа бик матур, йылы үтте. Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы уңайынан әҙерләнгән күргәҙмә лә сағыу һәм төбәк үҙенсәлектәренә бай ине.

Ҡунаҡтар мәктәптең яңыртылған тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшмәкәрлеге менән танышты. Музей етәксеһе Фәйрүзә Фаһаманова унда тупланған бай материал, башҡорт халҡының тормош-көнкүрешенә арналған экспозициялар, күренеке яҡташтарға, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм махсус хәрби операцияға мобилизацияланғандарға, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовҡа арналған стендтар менән таныштырҙы. Уҡыусыларҙың ҙур ғорурлыҡ менән «Шайморатов генерал» йырын башлап ебәреүен ҡунаҡтар ҙа, әйтерһең, көтөп кенә торған: шунда уҡ күтәреп тә алды. Музейҙағы илһөйәрлек менән һуғарылған осрашыуҙан һуң ҡунаҡтар «Үҫеш» нөктәләре буйынса алынған уҡыу ҡорамалдарын файҙаланып үткәрелгән оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны.

Бында «Мәғариф» милли проектының «Заман мәктәбе» федераль проекты сиктәрендә «Үҫеш нөктәһе» буйынса эш башлау өсөн физика, химия, биология кабинеттарына уҡыу ҡорамалдары комплекттары алынған. Сара барышында тәжрибәле уҡытыусылар Рәмзиә Хикмәтова, Зилә Исламова, Розалия Факкарова заманса матди-техник база менән нисек эшләгәндәрен уҡыусылары ярҙамында күрһәтте.

Зилә Мәүлимйән ҡыҙы етәкселегендә уҡыусылар «Алкоголдең кеше организмына зыяны» тигән тәжрибә үткәрҙе. Ҡунаҡтар иҫерткес эсемлектәрҙең зыянын уҡыусылар үткәргән химик реакциялар аша күрҙе һәм үҫмерҙәрҙең айыҡ тормошто пропагандалауҙың үҙенсәлекле ысулын табыуын билдәләне.

Физика кабинетында иһә Рәмзиә Маусул ҡыҙы етәкселегендә йәш «ғалимдар» төрлө приборҙар менән оҫта эш итте.

— «Үҫеш нөктәһе» кабинеттарындағы уҡыу ҡорамалдары ярҙамында балалар фән донъяһын төптәнерәк өйрәнә, үҙ күҙҙәре менән төрлө процестарҙы күрә ала һәм тәжрибәләр яһай, тикшеренеүҙәр үткәрә. Был фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра, — ти мәктәп директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Розалия Марат ҡыҙы.

Артабан байрам саралары спорт залында дауам итте. Бында илһөйәрлек менән һуғарылған күргәҙмә лә әҙерләнгәйне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән «Йөрәк йылыһы» акцияһына ҡушылып, һалдаттарға ойоҡбаштар бәйләүсе ағинәйҙәрҙе күреп, яңы ғына махсус хәрби операциянан ҡайтҡан Рәмис Әхмәҙишин, был ойоҡбаштарҙың ошо һыуыҡтарҙа һалдаттарға ни тиклем кәрәклеген билдәләне һәм рәхмәтен еткерҙе. Береһенән-береһе тыршып һүрәттәр төшөргән һәм хаттар яҙған уҡыусыларҙы күреп тә яугир райондашыбыҙ һоҡланыуын һәм шундай илһөйәр уҡыусылар булыуына ғорурланыуын белдерҙе. «Бындай хаттар һалдаттарға көс һәм ышаныс өҫтәй, еңеүгә дәртәлндерә», — тине ул.

«Уңған бал ҡорттары» исемен йөрөткән тимурсылар отряды ла мобилизацияланған һалдаттарҙың ғаиләләренә ярҙам итеүе тураһында береһенә-береһе уҙышып һөйләне. «Геройҙар дәүере» һүрәттәр күргәҙмәһе бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Илебеҙ тыныслығын боҙған дошмандар, Ватан һағына баҫҡан һалдаттар балалар күҙлегенән һүрәтләнгәйне. Солтанбәк мәктәбе уҡыусыларының спорт ҡаҙаныштарына арналған мөйөш тә ғорурланырға урын ҡуйҙы.

Артабан өс быуын вәкилдәре — олатайҙар, атайҙар, балалар «Олатай, атай һәм мин — спорт һөйөүсе ғаилә» ярышында ҡатнашты: Суфияновтар, Ғиләжевтар, Хикмәтовтар, Фазлыәхмәтовтар етеҙлектә, берҙәмлектә, отҡорлоҡта, оҫталыҡта, нәҫел ептәрен белеүҙә көс һынашты.

Данис Суфиянов етәкләгән «Атайҙар мәктәбе» ағзалары балалар менән бергәләп төрлө спорт күнегеүҙәре яһай башалғас, залдағылар: «Бына исмаһам булдыралар! Бына ҡайҙа ул рух, көс-ғәйрәт, етеҙлек! Ысын ир-егет шулай тәрбиәләнергә, атайҙар балаларға өлгө булырға тейеш!» — тип билдәләне. Баш ҡала ҡунаҡтары һоҡланыуҙарын йәшермәне, солтанбәктәрҙең «Айыҡ ауыл» исеменә һис шикһеҙ лайыҡ икәнлегенә тағы ла бер тапҡыр инанып, урындағы халыҡтың берҙәмлегенә ҡыуанып ҡайтты.

Дөйөм алғанда, «Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух» байрамы гөрләп үтте, ул ысын мәғәнәһендә илһөйәрлек, телһөйәрлек, милли рух, берҙәмлек, ғаилә ҡиммәттәре, тарихи һәм рухи тамырҙарға тоғролоҡ кеүек ҡиммәтттәрҙең тантанаһына әүерелде.

Наилә ИМАЕВА
Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы.
Уртаҡлашыу