|
Яңылыҡтар
Ҙур батырлыҡ күрһәттеАсҡын районы Ҡубыяҙ ауылы егетенең батырлығы тураһында хәбәр килде.Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Ҡубыяҙ ауылы егете Рәсүл Кашаповтың батырлығы тураһында яҙҙы. «Бөгөн яҡташыбыҙҙың батырлығы тураһында хәбәр килде. Ҡубыяҙ ауылында тыуып үҫкән өлкән лейтенант Рәсүл Кашапов етәкселегендәге танк взводы, оборонаның алғы һыҙығында дошмандың юлын сикләп, уларҙы сигенергә мәжбүр итә. Был турала Рәсәй Оборона министрлығы белдерә. Тулыраҡ мәғлүмәт — беркетелгән видеояҙмала. Район халҡының күбеһе Рәсүлде белә, тип ышанам. Художестволы үҙешмәкәр сараларҙа әүҙем ҡатнашты — «Ынйылар» коллективында бейене. Мәктәптән һуң Ҡазан юғары танк училищеһына уҡырға инде. «Танк взводы командиры» һөнәрен алып, артабан хәрби хеҙмәткә Көнсығыш хәрби округына ебәрелде. Быйыл февралдән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Өйҙә уны ҡатыны һәм бәләкәй улы көтә. Уңыштар, Рәсүл! Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Еңеү менән ҡайт!» — тип яҙған Динис Йосопов. Хәбәр ителеүенсә, күрһәткән батырлығы өсөн Рәсүл Кашаповҡа ил Президенты Указына ярашлы Рәсәй Геройы исеме бирелгән. Яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ! |