|
|
Яңылыҡтар
Башҡорт халҡында көмөш әйберҙәр эшләү кәсебеБашҡорт халҡында борон-борондан затлы металдарҙан алтынға түгел, ә көмөшкә өҫтөнлөк биргәндәр. Был башҡорттарҙың алтын менән бөтөнләй эш итмәүе тураһында һөйләмәй. Элек-электән башҡорт мәғдәнселәре алтынды ҡаҙып, иретеп һатыуға сығарыр булған. Мәҫәлән, Долмат монастыры монахы 1668 йылда “многие башкирцы, этот камень берут и плавят золото и серебро, ту руду они продают в Уфу русским людям по 13 рублей пуд", - тип хәбәр итә. Башҡорттарҙың Иртәш күлендә (хәҙерге Силәбе өлкәһе) алтын иретеү мейестәре булған. Әммә улар үҙҙәре алтынды биҙәүес әйбере итеп ҡулланмаған.
Көмөш ҡиммәтле металл ғына түгел, уның башҡа сифаттары ла күп. Был хикмәтле металл күҙ тейеү, ен-шайтандарҙан һаҡлау сараһы итеп ҡулланылған. Шуға күрә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙының кейеме шау көмөштән торған, тиһәк бер ҙә яңылыш булмаҫ. Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙ кейемендә көмөш тәңкәләр ҙур урын алып тора. Уның башын көмөш тәңкәнән торған ҡашмау һаҡлаһа, арҡаһын шулай уҡ көмөштән ҡашмау ҡойроғо ҡурсалаған. Күкрәкте һаҡал, селтәр ҡаплаған. Хатта муйынға ла көмөш тәңкәләрҙән торған әйбер тағылған. Бынан тыш, ҡатын-ҡыҙ сәс толомдарына көмөш сулпылар, ҡулдарына көмөш йөҙөк, беләҙектәр тағып йөрөр булған. Башҡорт ҡатын-ҡыҙы килгәндә, уның көмөш тәңкәләре сыңлауы алдан уҡ ишетелеп килгән, үҙе күренмәҫ үк.
|