VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

«Минең дә Ватанды һаҡлаған яҡташтарыма ярҙам иткем килде»

6 октябрь 2022, 10:16

Тегенсе, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән уңған ҡуллы милләттәшебеҙ, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Мәрфүға Аралбаева «Йөрәк йылыһы» акцияһы тураһында «Юлдаш» радиоһы эфирында ишеткән. Ул Баймаҡ районының беренсе Этҡол ауылында тыуып үҫкән, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Әммә сағыу әйберҙәрҙе үҙ ҡулы менән булдырырға, тегергә яратыуы тормошон ҡырҡа икенсе йүнәлешкә борорға мәжбүр иткән. Хәҙер уның килем дә, күңеленә ҡәнәғәтләнеү ҙә килтергән эше — шәхси тегеү ательеһы бар. Мәрфуға Урал ҡыҙын күптәр иҫ киткес күркәм күлдәктәр, костюмдар, хатта өҫ кейемдәре теккән оҫтабикә итеп белә.

— Минең дә алыҫҡа юлланған, Ватанды һаҡлаған яҡташтарыма ярҙам иткем килде. Нисек һәм нимә эшләргә була тип уйланып йөрөнөм, унан итек эсенән кейә торған уңайлы ойоҡбаштар тегергә булдым. Бының өсөн төрлө туҡымаларҙың сифаты тураһында уҡыным. Ялан шарттарында, һалҡын ваҡытта хеҙмәт итәсәк ир-егеттәр өсөн тәғәйенләнгән әйбер уңайлы булыу менән бер рәттән, йылылыҡ тоторға, тирләгәндә йә йыуғандан һуң тиҙ генә кибергә тейеш. Был йәһәттән иң яраҡлы туҡымаларҙың береһе — флис. Полиэстерҙан яһалған синтетик трикотаж туҡыма төрө ул. Уны йылы тота торған эске кейем дән алып ҡышҡы хәрби комбинезондар тегеү өсөн дә ҡулланалар. Флис кейем — туристар, әүҙем йәшәү рәүешен үҙ итеүселәр, хәрбиҙәр өсөн иң яҡшыһы. Йыш ҡына уны кейемдәге урта ҡатлам итеп файҙаланалар. Материал еңел, гипоаллерген, ныҡ, тиҙ кибә, шыма, йылылыҡ тота. Ниәтем нығынғас, үҙемдә булған флис киҫәгенән ойоҡбаш тектем, уны бер нисә көн кейеп йөрөнөм, һынап ҡараным. Ысынлап та, йылы ла, уңайлы ла.

Унан инде туҡымалар магазинынан барып бер нисә метр ҡуйы йәшел төҫтәге флис алып ҡайттым һәм 25 пар ойоҡбаш тектем. Йөйҙәрен эшкәрттем, сөнки улар аяҡты ауырттырмаҫҡа тейеш, — ти Мәрфүға Урал ҡыҙы.

Ул эшләгән эш менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмай, тағы ла ойоҡбаштар, каска эсенән кейә торған башлыҡтар текмәксе.

«Әлегә был фәҡәт минең башланғысым булды, кәрәк икән, ательемда әйбер тектергән клиенттарым, дуҫтарым да ярҙамға әҙер — улар булышлығында ҙурыраҡ күләмдәге эштәр атҡарасаҡбыҙ»,— тип белдерә әүҙем милләтәшебеҙ.

«Йәрәк йылыһы» акцияһы октябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк. Ул халҡыбыҙҙың киң күңелле, ихлас һәм берҙәм икәнлеген тағы берҙе иҫбатланы. Мобилизацияланған яугирҙар, яу яланындағы хәрбиҙәр өсөн йылы ойоҡтар, бирсәткәләр һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы баш ҡаланың Революция урамы, 43 адресы буйынса килтергә мөмкин. Ноябрь башында ылау Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына оҙатыласаҡ.

Иң мөһиме — ҡайнар сәләмдәрегеҙ яугирҙәргә барып етһен, улар иһә имен-һау тиҙерәк тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтһындар!

Уртаҡлашыу