ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

«Яугирҙәребеҙгә йөрәк йылыһын еткерәбеҙ»

1 год, 7 месяцев назад

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисына бик күп йөн ойоҡ килтергән Вера Раздайбейдина тап шулай тип белдерҙе.
Ул, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә «Йөрәк йылыһы» тигән акция башлағанын ишеткәс, шунда уҡ «Квазар» компанияһындағы хеҙмәттәштәренә унда ҡатнашырға тәҡдим иткән. Битараф булмаған коллегалары һәм дуҫтары бергәләп аҡса йыйып, күп итеп йөн ойоҡтар алған.

«Беҙ, илебеҙҙең башҡа кешеләре кеүек үк, әле барған хәлдәрҙән ситтә ҡала алманыҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам күрһәтергә ҡарар иттек. Яугирҙәребеҙгә бар йөрәк һәм күңел йылыбыҙҙы еткергебеҙ килә. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Һеҙҙе өйҙә әсәйҙәрегеҙ, апай-һеңлеләрегеҙ, ҡатындарығыҙ көтә», — тип күҙ йәштәре аша белдерҙе Вера Раздайбейдина.

Йәнә хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә «Йөрәк йылыһы» тигән акция башланы.

«Сараға тотош ауылдар, райондар, ҡалалар ҡушыла ала. Һыуыҡтар башлана. Яугирҙәребеҙгә йылы кейемдәр тыуған яғының ялҡынлы сәләме булып барып етәсәк», — ти акцияны башлаусы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды етәксеһе, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов.

Әйберҙәрҙе килтереп тапшырыу урыны — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бинаһы, адресы: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 43.

Уртаҡлашыу