ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

«Беҙгә берҙәм булырға, ҡеүәтебеҙҙе һаҡлап ҡалырға кәрәк!»

22 сентябрь 2022, 14:15

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, шағирә, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса АБДУЛЛИНА:

- Бик ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ. Аҡ менән ҡара буталған, яҡшылыҡҡа яманлыҡ ярлығы тағылырға тора. Ҡатмарлы тинем дә, уйға ҡалдым... Ә беҙҙең олатайҙар йәшәгән осор еңел булғанмы әллә? Юҡтан ғына болғауыр дәүерҙә милләтте, илде, ерҙе, телде һәм динде һаҡлар өсөн улар Мәскәү кенәзлектәренә мөрәжәғәт менән бармаған бит! Йә булмаһа, 1812 йылда башланған һуғыш дәүере!.. Ә Башҡорт автономияһын яулаған йылдар!.. Юҡҡа ғына ил ағалары »Беҙ аҡтар ҙа, ҡыҙылдар ҙа түгел, беҙ - башҡорттар!» тимәгән. Беҙ - ил федерализмына һәм берҙәмлегенә нигеҙ һалған милләт вариҫтары, Рәсәй башҡорттары!

Ниндәй көрәш, юғалтыуҙар менән нисәмә быуат дауамында бар булған Рәсәй дәүләте!

Бөгөн дә ул ҙур һынау алдында. Шуға ла илебеҙ халҡына берҙәм булырға һәм ата-бабаларға хас булғанса ҡеүәтте һаҡлап ҡалырға кәрәк! Халҡыбыҙ мәҡәлендә лә, айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар, тиелгән!

Ә Изге китаптарҙа заман ахырында дәжжәл ғәскәре ҡалҡыр, ул аҡты - ҡара, ҡараны аҡ тип күрһәтер, тип яҙылған. Бөгөн тап шундай осор килде. Ата-бабаларыбыҙ ҡаны менән һуғарылған илебеҙҙе дәжжәл ғәскәренән һаҡлайыҡ!

Көнбайыштың сәйәсәтен дәжжәл ғәскәре тип нисек атамаҫһың? Ошо быуатта ғына милли асылыбыҙҙы юҡ итеүгә ҡоролған, әхлаҡһыҙлыҡ таратҡан идеология тап унан килде! Кешенең рухиәтен һындырыр, юҡ итер алымдар - тап шул тарафтан килгән ғәмәлдәр! Әҙәм балаһын миһырбанлыҡ, мәрхәмәтлек кеүек изге сифаттарҙан мәхрүм иткән, матди донъя ҡоло яһаған сәйәсәт тә беҙгә ул яҡтан килде. Кешене кеше иткән сифат - ул яҡшылыҡ! Беҙгә был изге тәғлимәтте Урал батыр васыят итеп ҡалдырған. Шуға күрә бөгөн көнбайыштың Кешелекте емереү сәйәсәтенә ҡәтғи ҡаршы ҡарашымды белдерәм! Беҙ халҡыбыҙ мираҫына, ата-бабалар ҡалдырған хәҡиҡәткә, быуаттар дауамында тупланған илебеҙ аҡылына таянабыҙ!

Мин үҙ илемә, уның ҡеүәтенә, хәрби тәжрибәле ир-егеттәренең көсөнә ышанам! Илебеҙ, еребеҙ, телебеҙ, халҡыбыҙ бар, уны юҡ итеүгә юл ҡуйырға хаҡыбыҙ юҡ!

БЕҘ УЛ «Һин» һүҙе бөгөн мөһим дә түгел, «Мин» һүҙе лә бигерәк тәкәббер. «Беҙ» һүҙенә бөгөн һыйынғанбыҙ — Алтындарға был һүҙ бәрәбәр! «Беҙ» һүҙендә күпме мәғәнә бар, «Беҙ» һүҙендә күпме мәртәбә. «Беҙ» һүҙенең яугир үткәне бар, Ышаныслы уға иртәгә. «Беҙ» һүҙендә — тауҙар ғорурлығы, «Беҙ» һүҙе ул — көслө бер ғәскәр. Һәр бер халыҡ, һәр бер заман уға Рухиәте менән ҡот өҫтәр. «Беҙ» һүҙе ул — беҙгә изге мираҫ, Ҡәлғә булып ҡалҡыр инабат. Мәнһеҙҙәрҙең рухын уятыр ул, Ҡара төндә ҡағыр ул набат. Нисә быуын минең ата-бабам «Беҙ — ул ил» тип ерҙә йәшәгән. Дәүләт ҡеүәтенә шиғри һүҙен, Ҡылыс көсө бәҫен өҫтәгән. «Беҙ» һүҙенә бөгөн һыйынғанбыҙ! Ҡандан-ҡанға күскән көс — унда. Айырылғанды айыу ашар, тиҙәр, Бүленгәнде бүре ашар, тиҙәр, Халҡыбыҙҙа борон-борондан. «Беҙ» һүҙе — ул киләсәккә маяҡ! Йөрәктәрҙә ошо ҡуҙ янһын! Вариҫтары илдең һәр бер заман «Беҙ»ҙең берҙәмлеккә таянһын!
Лариса АБДУЛЛИНА
Уртаҡлашыу