ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Блогерҙар клубы ойоштороласаҡ

31 август 2022, 08:32

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт телендә сыҡҡан рәсми матбуғат баҫмалары һәм туған телдә контент эшләүсе блогерҙар менән осрашыу үткәрҙе.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙенсәлекле сара – башҡорт телендә сыҡҡан республика баҫмалары етәкселәре һәм башҡорт телендә контент эшләүсе блогерҙар менән осрашыу үткәрҙе, сарала Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте, Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ вәкилдәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты һәм Аппараты ағзалары ҡатнашты.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова был осрашыуҙың заман талабы булыуын билдәләп үтте.

«Беҙ йәмғиәттең ни тиклем ҙур тиҙлектә үҫешеүенә, яңы, юғарыраҡ кимәлгә күсеүенә шаһитбыҙ. Шул иҫәптән, мәғлүмәт технологияларының әүҙем үҫеш процесын, киң коммуникация сараларының, мәғлүмәт таратыу концепцияһының тамырҙан үҙгәреүен күҙәтәбеҙ һәм был юҫыҡтан ҡарағанда, Интернет селтәре, блогерҙар эшмәкәрлеге яңы коммуникация каналы булып тора. Беҙ ниндәй өлкәлә эшмәкәрлек алып барһаҡ та, бер йәмғиәттә йәшәйбеҙ, уртаҡ социаль-ижтимағи проблемалар, ваҡиғалар араһында ҡайнайбыҙ, шуға күрә традицион мәғлүмәт сараларын һәм блогерҙарҙы берләштергән уртаҡ ҡиммәттәр бихисап. Мәҫәлән, рәсми матбуғат баҫмалары кеүек үк, башҡорт телендә уңышлы блог алып барған һәр кеше башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, тел байлығын виртуаль киңлектә танытыуға ниндәй ҙә булһа үҙ өлөшөн индерә. Шул уҡ ваҡытта рәсми матбуғат баҫмалары һәм шәхси блог алып барған шәхестәр араһында хеҙмәттәшлек күперҙәре юҡ тиерлек. Милли мәнфәғәтте хәстәрләгән осраҡта, был етешһеҙлекте бөтөрөү һәм уртаҡ эшмәкәрлек юлдарын табыу һәммәбеҙ өсөн мөһим», – тип билдәләне Эльвира Ринат ҡыҙы.

Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов ике яҡты ла фәһемле хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы һәм профессиональ журналистар ҙа, блогерҙар ҙа уртаҡ социаль функциялар үтәй, тип билдәләне.

«Иң мөһиме, бөгөнгө осрашыуҙың тос һөҙөмтәһе булһын. Матбуғат баҫмалары күтәргән социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн беҙгә йәш аудитория кәрәк, был йәһәттән блогерҙар менән хеҙмәттәшлек ҙур һөҙөмтәләргә килтерер ине. Мәҫәлән, наркомания, суицид күренештәре һәм башҡа социаль проблемалар төрлө социаль ҡатлам кешеләренә, һәммә эшмәкәрлек менән шөғөлләнгәндәргә ҡағылыуы ихтимал. Шуға күрә йәштәр сәйәсәте һәр яҡтан һөҙөмтәле юлдарҙы табырға тейеш, шул иҫәптән блогерҙар йөҙөндә лә. Сөнки уларҙың аудиторияһы – буласаҡ абитуриенттар, студенттар, белгестәр, бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙең киләсәгебеҙ һәм уларға файҙалы, ҡыҙыҡлы, әһәмиәтле дөрөҫ йүнәлеш биргән ыңғай мәғлүмәт еткереүҙә, мотивациялауҙа, шул иҫәптән блогерҙарҙың да өлөшө ҙур», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Марат Әсхәт улы.

Башҡорт телендә сыҡҡан республика баҫмалары етәкселәре блогерҙар эшмәкәрлегенә ҡарата үҙ ҡарашын белдерҙе, бәхәсле мәлдәрҙе билдәләне, шул уҡ ваҡытта хеҙмәттәшлеккә һәр саҡ әҙер икәнлектәрен билдәләне. Атап әйткәндә, блогерҙарҙы республиканың дөйөм медиакиңлегенә йәлеп итеү, блогерҙар һәм рәсми баҫмалар араһында хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәле юлдарын эҙләү (контент менән туранан-тура алмашыу, төрлө йүнәлешле сараларға йәлеп итеү, блогерҙарҙың ресурстары аша мәғлүмәт биреү) мәсьәләләре күтәрелде, проблемалар асыҡланды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре блогерҙарҙы ойошманың Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында ойошторолған «Ижади майҙан» проектына спикерҙар сифатында йәлеп итеү, оҫталыҡ дәрестәре, социаль селтәрҙәрҙә контентты үҫтереү тураһында лекциялар ойоштороу мәсәләһен күтәрҙе. Шулай уҡ, блогерҙарҙы киләсәктә «Медиайын» проектына саҡырыу, мәғлүмәт менән алмашыу, уларға сығыш яһау өсөн майҙансыҡ биреү тураһында ла фекерҙәр яңғыраны.

Шәхси блог алып барған башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы нигеҙендә "Блогерҙар клуб"ын ойоштороу, үҙ-ара эш итеү концепцияһын, йүнәлештәрен һәм механизмдарын билдәләү теләген яңғыратты. Республиканың башҡорт телендә сыҡҡан төп баҫмалары иһә ошо хеҙмәттәшлек һөҙөмтәләрен даими яҡтырта барырға вәғәҙәләне. Был осрашыу республика халҡы һәм сит төбәктәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ өсөн милли контент булдырыу йәһәтенән ойоштороласаҡ ҙур һәм һөҙөмтәле эштең башланғысы булараҡ ҡабул ителде.

Уртаҡлашыу