ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Төркиәлә «Кәмһетелгәндәр» романы донъя күргән

29 август 2022, 16:05

Матур яңылыҡ: билдәле башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» трилогияһының тәүге романы Төркиәлә баҫылып сыҡҡан һәм Евразия яҙыусылар берләшмәһе (Avrasya Yazarlar Birliği) тарафынан уҡыусыларға тәҡдим ителгән.

Романдың тәржемәсеһе – филология фәндәре докторы Фатма Эртюрк был романды йәшерәк саҡта уҡығандарға мотлаҡ ҡабаттан уҡып сығырға тәҡдим итә, сөнки тормош тәжрибәһе туплағандан һуң әҫәр бөтөнләй башҡаса ҡабул ителә. Беҙ Фатма Эртюркка тәржемә тәжрибәһе, яңы китап тураһындағы һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек: ни өсөн ошо романды һайлаған, эш барышында үҙе өсөн ниндәй асыш яһаған, уғыусы өсөн был китаптың асылы нимәлә һәм башҡалар.

– Зәйнәб Биишева – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары әҙәбиәтендә айырым урын биләүсе шәхес. Ҡеүәтле текст, ябай тел уның әҫәрҙәрен аңлайышлы итә. Зәйнәб ханымдың романдары башҡорт әҙәби теле өлгөләре исемлегенә ингән. Төрөк телендә нәшер ителгән «Кәмһетелгәндәр» романы – хеҙмәттәштәребеҙ менән «Яҡтыға» трилогияһын тәржемә итеүҙең беренсе этабы. Зәйнәб Биишева ХХ быуат башындағы ваҡиғалар хронологияһында башҡорт ауылының тормошон, төп герой Емеште һүрәтләп, йәмғиәттең, кешеләрҙең нисек үҙгәреүен, үҫешен сағылдыра алған, — ти Фатма ханым.
«Беҙ үҫәбеҙ, нығынабыҙ, донъяға һәм үткән ваҡиғаларға ҡарашыбыҙ үҙгәрә – романда ла тап ошо трансформацияны күрәбеҙ. Минең уйымса, башҡорт уҡыусыһы геройҙар образына һалынған метафораларҙы, моғайын, тағы ла тәрәнерәк тоялыр, аңлайҙыр. Хеҙмәттәшем менән ошо хис-тойғоларыбыҙҙы ватандаштарыбыҙға еткерергә тырыштыҡ. Эш барышында беҙ үҙебеҙҙе Емеш һәм романдың башҡа геройҙары урынына ҡуйып ҡарап, бер үк ваҡиғаларға төрлө күҙлектән ҡараныҡ. Хис-тойғоларға бай әҫәр башҡорт мәҙәниәтен тағы ла нығыраҡ аңларға, туғандаш халҡыбыҙҙың бай тарихына ҡағылырға мөмкинлек бирҙе, – ти ғалимә.

Филология фәндәре докторы Фатма Эртюрк башҡорт телен өйрәнеү менән студент йылдарынан шөғөлләнә, уны ҡыпсаҡ телдәре төркөмөндәге берәмек булараҡ өйрәнә. Магистратурала «Башҡорт телендә сифат ҡылым һәм уның функциялары» темаһы буйынса диплом яҡлаған. «Башҡорт һәм төрөк телдәре синтаксисын сағыштырма анализлау» темаһына докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләү өсөн Фатма ханым күпмелер ваҡыт Өфөлә йәшәгән. Әлеге ваҡытта Төркиә Республикаһының Нигде ҡалаһында Омер Хәлисдемир исемендәге университеттың Хәҙерге төрки телдәр бүлегендә башҡорт һәм татар телдәрен уҡыта.

Уртаҡлашыу