ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

«Башҡорт аты» башланды

29 июль 2022, 16:49

Бөгөн Баймаҡ районының Граф күле янында «Башҡорт аты» фестивале башланды. Сара республика Башлығының 2022 йылдың 24 майындағы «Башҡорт аты» фестивален үткәреү тураһындағы 242-се указына ярашлы ойошторола. Әле фестиваль үтәсәк майҙанда «Ылаҡ» һәм «Ауҙарыш» уйындары үтте.

Проект сиктәрендә уҡ атыу буйынса «Мәргән уҡсы» төбәк-ара фестивале ойошторола. Был юлы бәйгелә 100-гә яҡын уҡсы ҡатнашырға теләк белдергән. Башҡортостандан тыш, Ҡалмыҡ Республикаһынан, Пермь, Силәбе, Әстрхан, Омск өлкәләренән, Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларынан да ҡатнашалар. Тамашасылар шулай уҡ Рәсәйҙә тәүге тапҡыр үтәсәк ҙур ат парадына шаһит буласаҡ.

Ҙур майҙансыҡ этник тематикаға бүленгән, унда төрлө күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре эшләйәсәк. Бынан тыш, художество кәсептәре оҫтаханалары, ат егеү кәрәк-ярағы, уларҙы эшләү менән шөғөлләнгән оҫталар, һөнәрселәр ҡатнашлығында конкурс уҙғарыла. Ижади ярыш «Иң яҡшы ҡайыштан сбруй яһау оҫтаһы», «Аттың өҫтөнә ябыу өсөн сергетыш оҫтаһы», "Бәйге"лә иң яҡшыһы" номинацияларында уҙа.

Иртәгә эшлекле осрашыуҙар, фекер алышыуҙар, Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы, ат сабыштары, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.

Фестивалде ойошторусылар: Башҡортостан Хөкүмәте, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостан Спорт министрлығы, Баймаҡ районы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Мәргән уҡсы» ойошмаһы һ.б.

Кәримә Усманова
Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы сайты.
Уртаҡлашыу