|
|
Яңылыҡтар
«Уғатар» йәш уҡсыларҙы йыйҙыБашҡортостан Республикаһы Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Иглин районының Иван-Казанка ауылы янындағы умарталыҡта «Уғатар» традицион уҡтан атыу буйынса республика балалар фестивале уҙҙы. Сараны ойоштороусылар - Башҡортостандың Спорт министрлығы, Иглин районы хакимиәте, «Мәргән уҡсы» ойошмаһы, Хәлилов Ф.Х. крәҫтиән-фермер хужалығы. Фестиваль балаларҙы һәм йәштәрҙе спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, сәләмәт йәшәү рәүешен, халыҡтарҙың тарихи, этник, фольклор һәм мәҙәни мираҫын пропагандалау һәм өйрәнеү, Башҡортостан Республикаһында ваҡиғалар туризмын үҫтереү маҡсаты менән уҙғарыла. Фестивалдә Ауырғазы, Әбйәлил, Ишембай, Балаҡатай, Салауат, Ейәнсура, Учалы, Бөрйән, Өфө, Иглин райондарынан, Өфө, Стәрлетамаҡ, Учалы, Сибай һәм Ишембай ҡалаларынан уҡсылар ҡатнашты. Сәләмләү һүҙе менән Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насырова һәм Башҡортостан республикаһының Ведомство-ара йәмәғәт именлеге аппараты етәксеһе Валерий Олейник сығыш яһаны. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың милли тарихи костюмдарҙа килеүе фестивалдең үҙенсәлеге булды. Һәр костюмдың тарихи дәлиле бар. Бәйгенең тәүге көнөндә уҡсылар 10-55 метр арауыҡта ярышты. Ярыш халыҡ-ара дисциплина булып һаналған төрөктәрҙең "Пута" сәпенән башланды. Шулай уҡ етеҙлекте һәм тиҙлекте тикшереү, уңайһыҙ позициянан ата белеү өсөн төрлө сәптәр һәм дисциплиналар булды. Кисен балалар алдында семинар менән Юлай Ғәлиуллин сығыш яһаны. Артабан «пионер усағы» янында балалар алдында «Кош юлы» музыканттары йырланы. Фестивалдең икенсе көнөндә 3D атыу буйынса ярыштар үтте. Был һунар иммитацияһы, төрлө дистанцияларҙа каучуктан эшләнгән ҙур ҡош-ҡорт һәм хайуан һындары ҡуйылды. Мәғлүм булыуынса, был дисциплина бөтә донъяла киң таралған. |