|
![]() Яңылыҡтар
Көҙәй ерҙәре буйлап автоуҙыш үттеКөҙәй ырыуы башҡорттарының бер өлөшө Силәбе өлкәһендә йәшәй — был төбәктәребеҙҙең туғандашлығын тағы бер тапҡыр иҫбатлай. Ошо бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсаты менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Көҙәй ырыуы советы менән берлектә «Көҙәй төбәге» автоуҙышының инициаторы булып сығыш яһаны. Автоуҙыш-экскурсия Нуриман районының Иҫке Күл ауылында иҫтәлекле билдәнән башланып китте. Көҙәйҙәрҙең иң боронғо ауылы булараҡ билдәле ул. Ырыу шәжәрәһе буйынса фекер йөрөткәндә, Күл ауылына яҡынса 1431 йылда нигеҙ һалынған. Биш автомобилдән торған колонна көҙәйҙәрҙең үҙәге булып торған Яңы Күл аша юлын дауам итте. Артабан Минйәр, Ҡытау-Ивановск һәм Ҡатаутамаҡ аша үткәс, Салауат районында юлды тамамланы. Автоуҙыш барышында юлда осраған һәр тораҡ пунктта ошо яҡ башҡорттарының йәштәр активы менән осрашыуҙар, башҡорттарҙың тарихы буйынса лекциялар үткәрелде. Тораҡ пункттар китапханаларына, музейҙарына бүләккә китаптар һәм башҡорт ырыуҙарының карталары тапшырылды. |