|
![]() Яңылыҡтар
Флешмобҡа йомғаҡ яһалдыМәғлүм булыуынса, апрелдә, Халыҡ-ара бейеү көнө айҡанлы, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән берлектә республика бейеү коллективтары араһында «Бейегән башҡорт бай була!» исемле дәрт-дарманлы флешмоб иғлан иткәйне.
«Бейеү башҡорт халҡында сәнғәттең иң популяр төрҙәренән һанала. Унда халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни булмышы, тормош-көнкүреш үҙенсәлектәре, инаныуҙары сағылыш тапҡан. Ғөмүмән, бейеү сәнғәте йыр-моңдарыбыҙ, ҡурайыбыҙ менән бер рәттән башҡорт халҡының рухи мираҫын тәшкил итә, мәҙәниәтебеҙ нигеҙенең төп таяуҙарының береһе булып тора. Башланғысты хуплап, флешмобҡа ҡушылған һәр коллективҡа рәхмәтемде белдерәм. Һис шикһеҙ, Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ академия бейеү ансамбле — һәммәһе өсөн дә эталон, юғары һөнәри оҫталыҡ өлгөһө, шуға күрә коллективтың сығыштарын ғына түгел, видеояҙмаларын да тамашасылар берҙәй яратып ҡарай. Ә флешмобта алға сыҡҡан коллективтарға килгәндә, Дамир Ибраһимов етәкләгән Туймазы районы коллективын бик әүҙем үҫешкән йәш ижади коллектив тип әйтер инем. Уларҙың һөнәри эшмәкәрлегендә яңы идеялар, яңы һулыш һиҙелә, үҙенсәлекле алымдар ҡулланалар, йәштәргә хас дәрт-дарман да бар. Әйткәндәй, Дамир Ибраһимов ҡасандыр һөнәри эшмәкәрлеген тап Сибай коллективында башлаған, шуға күрә был урында сибайҙарҙың да һөнәри йәһәттән сағыу, оҫта коллектив икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып китеү зарур. Әлбиттә, һәр ансамблдең ҡабатланмаҫ үҙенсәлектәре, йүнәлеше бар, мәгәр һәммәһен дә берләштергән төп һыҙат — ул да булһа башҡорт халҡына, уның мәҙәниәтенә тоғро хеҙмәт итеү, республика мәнфәғәтен яҡлау. Барыһына ла ҙур рәхмәт!» — тине Риф Фатих улы. |