ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

«Түңгәүер башҡорттары. Урман түңгәүере тарихы» китабы донъя күрҙе

22 июнь 2022, 09:25

25–26 июндә Әбйәлил районы Асҡар ауылында үтәсәк Түңгәүер башҡорттары йыйыны айҡанлы «Түңгәүер башҡорттары. Урман түңгәүере тарихы» тигән китап донъя күрҙе. Ул 474 битлек.

Баҫманың төп авторҙары – республиканың билдәле ғалимдары – тарих фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай институты доценты Фуат Мырҙағәле улы Сөләймәнов һәм Башҡортостан Милли архивының бүлек мөдире, тарихсы Азат Шакирйән улы Ярмуллин. Шулай уҡ был китапты әҙерләүҙә физика-математика фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияhы Математика институтының баш ғилми хеҙмәткәре, бүлек мөдире Әхтәр Мәғәз улы Ғайсин, йәнә «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, филология фәндәре кандидаты Гөлназ Ҡотоева, Белорет районы Исмаҡай ауылынан йәмәғәт эшмәкәре Хафиз Иҙрисов, Әбйәлил районы Әхмәт ауылынан тыуған яҡты өйрәнеүселәр – Ринат Ноғоманов, Зөһрә Бәшәрова, Исҡужа ауылынан Наилә Йәмлихина, Ишҡолдан Рәшиҙә Мөхәмәтдинова, Бөрйән районы Аҫҡар ауылынан Гөлнур Мырҙабулатова ярҙам иткән.

Ауылдар буйынса ревизия материалдарын компьютерҙа йыйыуҙы, түңгәүер ауылдары тарихы материалдарын туплауҙы ойоштороуҙа Әбйәлил районы «Осҡон» гәзите баш мөхәррире Вил Илһамов, Бөрйән районының Мәһәҙей, Аҫҡар ауылдары уҡытыусылары ҡатнашҡан.

Дөйөмләштереп әйткәндә, Түңгәүер башҡорттарының дүртенсе Оло йыйынына бағышланған был китаптың төп маҡсаттары – ырыуҙың дөйөм тарихын, шәжәрәһен асыҡлауға йүнәлтелгән тарихи һәм этнографик тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре аша республиканың Әбйәлил, Бөрйән, Белорет райондарында йәшәгән Урман түңгәүере ырыуы башҡорттарының килеп сығышын, биләмәһен, ырыу атрибутикаһын, батырҙарҙың ихтилалдарҙа, һуғыштарҙа ҡатнашыуын күрһәтеү, һәр ауыл буйынса тарихи очерк биреү, ырыуҙың Тамъян-Түңгәүер улысы составындағы тарихын асыҡлау, арҙаҡлы шәхестәрен билдәләү, хужалығы, йәйләүҙәргә сығыу тарихы, рәүиз материалдары һәм башҡа документтар, тарихи-этнографик мәғлүмәттәр, табылған, төҙөлгән шәжәрәләр менән таныштырыу, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең эштәрен баҫтырыу.

Башҡорт һәм урыҫ телдәрендә яҙылған китап киң ҡатлам уҡыусыларға, тыуған яҡты өйрәнеүселәргә, этнологтарға, тарихсыларға, студенттарға, уҡытыусыларға тәғәйенләнә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында «Түңгәүер башҡорттары. Урман түңгәүере тарихы» китабының исем туйы үтте, сараға онлайн тәртиптә лә ҡушылдылар. Ырыуҙың билдәле кешеләре, баҫманы әҙерләүҙә ҡатнашҡан милләттәштәребеҙ – Хөрмәтулла Үтәшев, Динир Әхмәтйәнов, Хәйҙәр Вәлиев, Әхтәр Ғайсин, Фуат Сөләймәнов, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Башҡортостан Милли архивының бүлек мөдире Азат Ярмуллин, ғалим Нурислам Ҡалмантаев һәм башҡалар яңы йыйынтыҡты эшләү барышы, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, киләсәккә маҡсаттар билдәләне.

«Бик ҙур, төплө эш башҡарҙығыҙ – оло хеҙмәтте булдырыуға өлөш индергән һәр кемгә ҙур рәхмәт белдерәм, – тине Юлдаш Мөхәммәт улы. – Үткәндәргә күҙ һалһаҡ, ырыуҙар тарихын өйрәнеүгә уҙған быуаттың 80-90-сы йылдарында юл һалынған. Был йәһәттән тәү сиратта олуғ әҙибебеҙ Булат Рафиҡовҡа рәхмәтлебеҙ. Шул замандарҙа башланған эштең әле яңы һулыш алып дауам итеүе һөйөнөслө. Был китапты халҡыбыҙҙың уртаҡ хеҙмәте тип хаҡлы рәүештә әйтергә мөмкин. Ошолай тамырҙарҙы барлау кешеләрҙе бер маҡсатта нығыраҡ туплай, яҡынайта». Юлдаш Мөхәммәт улы был күркәм башланғыстың артабан уңышлы дауам итеренә ныҡлы ышаныс белдерҙе. «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының стратегияһы шундай – башҡарған эшебеҙҙең туҡтап ҡалмай, тамырланып, икенсе сараларға нигеҙ һалыуын, ҡушылып китеүен хәстәрләргә тейешбеҙ. Әлеге ырыу тарихы китабы нигеҙендә тағы ниҙәр эшләй алабыҙ? Юлдары күп. Бәлки, башҡа өлкәләр ҙә – сәнғәт, мәғариф һ.б. тармаҡтар – ҡушылып китер. Республикабыҙ биләмәһендәге башҡа ырыуҙар ҙа, түңгәүерҙәргә эйәреп, үҙ тарихын барлай башлар тигән ышаныстабыҙ», – тине Юлдаш Йосопов.

Ул «Башҡорт ырыуҙары атласы»н әҙерләү тәҡдиме менән сығыу кәрәклеген дә әйтте. Бындай ҡыҫҡаса белешмә һәр кем өсөн – мәктәп уҡыусыларынан алып өлкәндәргә тиклем барыһына ла кәрәкле баҫма булыр ине, тип тәҡдимде күтәреп алды башҡалар.

Сарала ҡатнашҡандар шулай уҡ республикабыҙҙа йәш быуын тарихсыларҙы үҫтереүгә айырым иғтибар бүлеү зарурлығын, тарихи мәғлүмәттәрҙең дөрөҫ булыуы мөһимлеген билдәләне, Ырымбур, Силәбе архивтары менән хеҙмәттәшлекте нығытып, ырыуҙар тарихын өйрәнеүҙе киңәйтеү кәрәклеген әйтте. Тиҙҙән Әбйәлилдә үтәсәк Түңгәүер ырыуы йыйынына әҙерләнгән ошондай ҙур бүләк ырыуҙаштарыбыҙға рух өҫтәр, уларҙы нығыраҡ яҡынайтыр, яңы күркәм башланғыстарға юл асыр, тигән теләк белдерҙе милләттәштәребеҙ.

Уртаҡлашыу