ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Барыһы ла - ата-әсәнең яуаплылығынан

23 май 2022, 09:58

Йәрмәкәй районында уҙғарылған «Ижади майҙан»дың ата-әсәләр майҙансығында республикабыҙҙың һигеҙ районынан ата-әсәләр комитеттары вәкилдәре менән тренинг үтте. Уны психология магистры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова уҙғарҙы.

«Ата-әсә булырға мәктәптә өйрәтмәйҙәр. Хәҙерге ваҡытта традицион этник тәрбиә менән бәйләнеш юҡҡа сығырға мөмкин, сөнки күбебеҙҙең эргәһендә оло йәштәге олатай-өләсәйҙәр юҡ, шул уҡ ваҡытта күп осраҡта элекке һымаҡ ике һәм өс туғандар ҙа ныҡлап ҡатнашып, ҙур ғаилә булып йәшәмәй. Борон йолалар тап ошондай мөхит арҡылы тапшырылған. Хәҙер иһә беҙгә «Нисек яҡшы атай-әсәй булырға?», «Балаларҙы тәрбиәләүҙә нимәгә таянырға?» кеүек һорауҙарға яуап эҙләргә тура килә»,  – тип һөйләне Эльвира ханым.

Хәҙерге йәшәү шарттарында, ваҡыт тығыҙ булыу сәбәпле, «Балаға күпме ваҡыт бүләбеҙ?», «Ә күпме бүлергә кәрәк?», «Быуындар араһындағы бәйләнеште нисек һаҡларға?», «Үҙ балаңды аңларға һәм халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫын тапшырырға нисек өйрәнергә?» кеүек һорауҙарға яуап эҙләнде.

«Тәрбиә һүҙ, шәхси үрнәк кенә түгел, ә баланың кисерештәрен аңлау. Бала үҙе лә ата-әсәһенең хистәрен тойорға тейеш. Ҡосаҡлашыу, йылы һүҙ, хуплау, терәк булыу - быларҙың бөтәһе лә башҡорт мәҙәниәтендә бар. Минеңсә, барлыҡ тәрбиә ысулдары комплекслы ҡулланылырға тейеш. Бөгөнгө тренинг үҫеш йүнәлештәрен, мөмкинлектәрен күрһәтте. Артабан барыһы ла ата-әсәләрҙең үҙҙәренән тора», - тип билдәләне тренингты ойоштороусы, ғаилә психологы Эльвира Байназарова.
Уртаҡлашыу