VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Яулыҡ – Тыныслыҡ символы

5 май 2022, 15:08

Ошо көндәрҙә Көйөргәҙе районында «Яулыҡ - Тыныслыҡ билдәһе» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә «Башҡорт халҡының йолалары» темаһына түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Сарала Башҡортостан телевидениеһының билдәле алып барыусыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, атҡаҙанған матбуғат, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Флүрә Мурзина, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, Салауат һәм Күмертау Владыкаһы Николай, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты вәкиле, район бүлексәләре (мөхтәсибтәре) кураторы Радик хәҙрәт Мираҫов, Көйөргәҙе һәм Күгәрсен райондарының «Ағинәй» башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, шулай уҡ Көйөргәҙе районының мосолман ҡатын-ҡыҙҙары союзы ағзалары ҡатнашты.

"Түңәрәк өҫтәл"дә башҡорт халҡы традицияларын һаҡлау һәм күсәгилешлелек, йәштәрҙе рухи-әхлаҡи тәрбиәләүҙә йәмәғәт институттарының роле, ғаиләләрҙе һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау мәсьәләләре, шулай уҡ ауылдағы эшһеҙлек проблемалары тикшерелде.

Йәмәғәтселәр иҫәбенә аҡыллы, белемле, алдан күрә белеүсе, тыуған ауылына, уның халҡына вайымһыҙ булмаған кешеләр инә. Улар ауылдың, ауылдаштарының проблемаларын күрә, халыҡ менән уртаҡ таба һәм ярҙам күрһәтә ала. Йәмәғәт ойошмалары ағзалары үҙҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә һәм ғаилә проблемаларын хәл итеүҙә традицияларҙы һаҡлау, башҡорт халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү ҙур роль уйнай.

Эшһеҙлек мәсьәләләре буйынса ла ҡатнашыусыларҙың фекере тап килде — ауылда һәр ваҡыт эш бар, әммә йәштәр артыҡ көс һалмай ғына, еңел йәшәргә планлаштыра, шуға күрә ҙур ҡалаларға китә. Унда ла уңышлы йәшәр өсөн байтаҡ хеҙмәт һәм көс талап ителә, шуға күрә күптәр ҡалала ла уңышлы була алмай. Хеҙмәттән ҡурҡмаған, күңеленә яҡын шөғөл тапҡан, ғаилә ҡороп, үҙ өлгөһөндә балалар тәрбиәләгән бик аҙҙар ғына тыуған төйәгендә төпләнә.

Сара тамамланды, әммә йәмәғәт ойошмалары ағзалары араһында аралашыу дауам итәсәк һәм киләсәктә лә ыңғай емештәр бирәсәк.

«Аралашыу һәм бәйләнеш — мәсьәләне хәл итеү юлы ул. Бөгөн беҙ күрше райондарҙағы йәмәғәтселәр менән киҫкен торған төп мәсьәләләр буйынса фекер алыштыҡ. Проблеманы асыҡтан-асыҡ тикшереү аныҡлыҡ бирә, һәм беҙ уларҙы хәл итеүҙә төрлө йүнәлештәрҙе күрәбеҙ. Шуға күрә бөгөнгө "түңәрәк өҫтәл"дең һөҙөмтәле булыуын билдәләп үткем килә. Артабан йәмәғәт ойошмалары ағзалары менән хеҙмәттәшлек итергә һәм бер-беребеҙгә ярҙам күрһәтергә булдыҡ»,— тип билдәләне Көйөргәҙе районының «Ағинәй» башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе Тамара Малбаева.
«Балаларҙы ныҡлап тәрбиәләү менән өләсәй-олатайҙар шөғөлләнгән, тап улар быуындар бәйләнешен тапшыра, йәғни аҡыллылыҡ аша ейәндәрен тәрбиәләй. Күп ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр йәмәғәт ойошмалары ағзаһы булып тора, шуға күрә үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ»,— тип иҫәпләй Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының район бүлексәләре (мөхтәсибтәре) кураторы Радик хәҙрәт Мираҫов.
«Беҙ күп милләтле республикала йәшәйбеҙ, бөтә халыҡтарҙың йолаларын хөрмәт итәбеҙ. Бөгөн беҙ Көйөргәҙе еренә йыйылдыҡ. Барығыҙға ла ижади уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйем. Был фестиваль беҙҙе берләштереү маҡсатында ойошторола. Беҙ һәр кемдең именлеге өсөн доға ҡылабыҙ, был — беҙҙең бурысыбыҙ һәм хөрмәт билдәһе. Шулай уҡ ошондай ҡатмарлы ваҡытта ил һәм республика етәкселеген яҡлап доға ҡылабыҙ. Барлыҡ мосолмандарҙы ла Ураҙа байрамы менән ҡотлайым!»,— тине Владыка Николай.
«Дин һәр саҡ изгелеккә өйрәтә. Тик изгелекле эштәре һәм ниәттәре генә кешене биҙәй. Шуға күрә мәсеткә балалы йәш ғаиләләрҙең күпләп йөрөүенә шатмын. Был хәҙерге заман йәштәренең Аллаға аңлы рәүештә килеүе хаҡында һөйләй. Беҙ йәштәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Бөгөнгө сара файҙалы булды, сөнки беҙ тәжрибә менән уртаҡлаштыҡ, киләсәккә пландар билдәләнек, артабан бер-беребеҙ менән эш итәсәкбеҙ»,— тип билдәләне Көйөргәҙе районы мосолман ҡатын-ҡыҙҙары союзы рәйесе Наилә Айсыуаҡова.
«Бөгөн фестивалгә беҙ тотош коллектив менән килдек. Коллектив артистары — Тәүәкән ауылының «Ағинәй» башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары ла. Үҙебеҙҙе күрһәттек, шулай уҡ ҙур тәжрибә тупланыҡ. Түңәрәк өҫтәлдә «Ағинәй» йәмғиәтенең эш пландарын билдәләнеләр һәм артабан Көйөргәҙе районы ағинәйҙәре менән берлектәге саралар үткәрергә ҡарар иттеләр. Фестиваль юғары кимәлдә ойошторолған, ойоштороусыларға саҡырыуҙары өсөн ҙур рәхмәт», — тине Күгәрсен районы Тәүәкән ауыл клубының «Сәнкем» башҡорт фольклор ансамбле етәксеһе Гөлдәр Әбдрәхимова.
ИА «Башинформ»
Фото: информационный отдел администрации Куюргазинского района
Уртаҡлашыу