VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Башҡорт Ғаиләһе ЙылыАйыҡ ауылТарихЖивоеСловоВатандыһаҡлаусыларАтайсалФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайБашҡорт тарихы йылыМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Әүҙемдәргә — юғары награда

6 апрель 2022, 15:34

Белорет ҡалаһында үткән район-ҡала башҡорттарының ҡоролтай ултырышында Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов ойошманың наградаларын тапшырҙы.

Ҡала һәм район ҡоролтайының ике ағзаһы Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһына — «Ал да сәс нур халҡыңа!» миҙалына лайыҡ булды: ул фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн «Урал» гәзите мөхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажетдинова һәм Белорет район-ҡалаһының "Ағинәй"ҙәр йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы Суфиянова тапшырылыды.

Сатура Жәүәт ҡыҙы 35 йыл башҡорт ойошмаһының эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша һәм шул йылдар эсендә ун ике йыл үтә яуаплы эште башҡарҙы — район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары булды.

Быйыл үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк «Урал» гәзите биттәрендә башҡорт доньяһына, ҡоролтай эштәренә ҡағылышлы һәр мөһим ваҡиға сағылдырылып барылды: ҡоролтай эштәре, башҡорт донъяһында барған ваҡиғалар, тарих, әҙәбиәт, мәҙәниәт, мәғариф, "Ағинәй"ҙәрҙең, "Аҡһаҡал«дарҙың изге эштәре, матур әңгәмәләр, топонимика эҙләнеүҙәре, ауылдарҙың көнитмеше — беҙҙе уратып алған башҡорт донъяһына ҡағылышлы яңылыҡтар гәзит битендә донъя күрҙе.

Рәхмәт һиңә, Ҡоролтай, рәхмәт һиңә, Башҡортостаным, рәхмәт һиңә, туған телем, рәхмәт һиңә, башҡорт халҡым! Был юғары награда минең наградаларым араһында иң юғарыһы, иң ҡәҙерлеһе! — тип яҙҙы үҙенең шәхси сәхифәһендә Сатура Жәүәт ҡыҙы

Шулай уҡ әүҙем ижтимағи эшмәкәрлектәре өсөн Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамоталары менән ҡоролтай ағзалары: 25-се «Тирмәкәй» башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Таңсулпан Бүләкбаева, Белорет районы мәғариф идаралығы белгесе Лариса Әхмәтшина, Инйәр ауылының 2-се башҡорт мәктәбе директоры Рәфил Иҙрисов, шәхси эшҡыуар Резеда Сайдарова бүләкләнде.

Шулай уҡ ошо көндә Белорет районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе итеп Эльза Мөхәмәҙиева бер тауыштан һайланды.

Уртаҡлашыу