VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Бергә булыуҙарға ни етә

4 апрель 2022, 15:02

Ошо көндәрҙә Илеш районы мәҙәниәт йортонда билдәле йырсы, бихисап тамашасыларҙың һөйөүен яулаған, республика, халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе Илшат Сибәғәтуллиндың «Бергә булыуҙарға ни етә» тип исемләнгән хәйриә концерты үтте. Сарала йырсының ижадташ дуҫтары, балалар бейеү коллективтары ла ҡатнашты.

Илшат Сибәғәтуллинға рәхмәт һүҙҙәрен Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, шағирә, «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Лариса Абдуллина, Башҡортостан Республикаһы Башлығының йәмәғәтселек башланғысында тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу һәм экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы Рәсих Хәмитов, «Башнефть-Добыча» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте профсоюз рәйесе урынбаҫары Таһир Яҡупов еткерҙе.

Район мәҙәниәт йорто фойеһында легендар летчик-штурмлаусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған күргәҙмә ойошторолғайны. Унда данлыҡлы яҡташыбыҙҙың тормошо, эшмәкәрлеге һәм йәшәгән ваҡыты хаҡында бәйән иткән документтар, шәхси әйберҙәр ҡуйылған.

Шулай уҡ бында «Ватан улдары» балалар һүрәттәре район конкурсы еңеүселәре эштәренең күргәҙмәһен дә күрергә була ине лә бар ине.

Иҫәнбай ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ойошторған мөйөш күргәҙмәгә килеүселәргә айырыуса оҡшаны. Бында Ләбиб Нәбиевтың ижади эштәре, күп һанлы йылҡысы, республика кимәлендә үткән ярыштарҙа еңеүсе Рузил Мостафиндың кубоктары һәм миҙалдары, күп тапҡыр күпбәйге буйынса чемпион Нурия Нуретдинованың миҙалдары һәм грамоталары, ҡул эштәре ҡуйылғайны. Зөләйха Рәжәпова төҙөгән Иҫәнбай ауылының шәжәрәһе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Уртаҡлашыу