ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Ғәйниямаҡта - ауыл байрамы

31 март 2022, 16:10

Әлшәй районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, Ғәйниямаҡ ауылында «Айыҡ ауыл-2021» конкурсы сиктәрендә «Ауылпиада» — ҙур спорт байрамы уҙған. Мәҙәниәт йорто майҙанында һәм мәктәп фойеһында йәрминкәләр һәм ҡул эштәре күргәҙмәләре эшләгән.

Байрамды асыу тантанаһында Ғәйниямаҡ ауылы хәкимиәт башлығы Алик Усманов, Әлшәй районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Мирғәсим Әкимбәтов, Ғәйниямаҡ ауыл старостаһы Реваль Дәүләтшин сығыш яһаған. Күңелле ваҡиғала ҡатнашырға Миәкә районынан һәм күрше Никифар ауынынан да ҡунаҡтар килгән.

Мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар менән берлектә, «Рәсәй, алға!» флешмобы ойошторған. Төрлө спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙа халыҡ әүҙем ҡатнашҡан. Байрамды йәмләп, район мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары, йырсылар, гармунсылар, вокаль ансамблдәре сығыш яһаны.

«Ауылпиада» байрамы күңелле һәм файҙалы үткән. Ярышта еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған. Ә асыҡ һауалағы байрам сәйе ауылдаштарҙы тағы ла нығыраҡ берләштергән.

Ғәйниямаҡтар «Айыҡ ауыл-2021» республика этабында ҡатнашасаҡ. Уларға уңыштар теләйбеҙ!

Уртаҡлашыу