|
![]() Флешмоб
Милли кейем көнө /
Милли кейем байрамы Радий Хәбировтың Указына ярашлы йылына ике тапҡыр уҙғарыла: апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында. Был көндә бөтә республика буйлап төрлө саралар ойошторола: конкурстар, флешмобтар, викториналар, оҫталыҡ дәрестәре, концерттар һәм башҡалар. Башҡорттарҙың милли костюмы башҡа халыҡтарҙың кейемен ҡабатламай. Ул үҙенсәлекле. Башҡорттарҙа, башҡа этностар кеүек, бар этнографик төркөмдәр өсөн берҙәм традицион кейем булмаған. Силәбе-Ҡурған Урал аръяғы башҡорттарының костюм ансамбле, мәҫәлән, Пермь йәки Һамар-Һарытау башҡорттары кейеменән айырылып торған, тау-урман ырыуы вәкилдәренең кейемдәре дала башҡорттары кейеменә оҡшамаған. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр төбәктең үҙ костюмы булған. |