VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Әҙиптәр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре – башҡорт әҙәбиәтенең киләсәге тураһында

25 март 2022, 10:10

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт мәҙәниәте һәм рухиәт йылына ярашлы «Әҙәбиәт» йүнәлешендә «түңәрәк өҫтәл» үткәрҙе. Шағирә, әҙибә, «Аҡбуҙат» журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина модераторлығында үткән сараға яҙыусылар, шағирҙар, публицистар, журналистар ҡушылды.

«Башҡорт мәҙәниәте һәм рухиәт йылының туғыҙ төп йүнәлеше араһында әҙәбиәт мөһим урынды биләй. Социаль фәндәр өлкәһендә эшләгән ғалимдарҙың бер өлөшө, тел йәмғиәттә булған хәлдәрҙе тулыһынса сағылдыра, ти. Икенсе төркөм «тел йәмғиәттәге социо-мәҙәни категорияларҙы булдыра» тигән фекерҙә. Шуға ла ошо «түңәрәк өҫтәл» менән беҙ киң фекер алышыуҙы башлайбыҙ. Әле белдерелгән уй-ҡараштар һуңынан үткәрелгән осрашыуҙарҙа шаңдау табыр, яңы фекерҙәр уятыр, башҡорт әҙәбиәтенең яңы үҫеү юлдарын табырға ярҙам итер тигән ышаныстамын, »– тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.

Фекер алышыуҙа ҡатнашҡан яҙыусы, тәржемәсе, Башҡорт википедияһы әүҙемсеһе Гүзәл апай Ситдиҡова тәржемә эштәренең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әҙәбиәт тигәндә, әҙибә баҫмаларҙы ғына түгел, бишек йырҙарын, йомаҡтарын, балалар шиғырҙарын үҙ эсенә алған башҡорт мәҙәниәтенең оло ҡатламын күҙ алдында тотҡанын билдәләне. Уның әйтеүенсә, быларҙың бөтәһе лә рус һәм башҡа телдәргә тәржемә ителергә тейеш.

« Балаларыбыҙ төрлө мөхиттә үҫә, төрлө телдәге китаптарҙы уҡый. Шуға ла башҡа телдәге китаптар араһында башҡорт мәҙәниәтен танытҡандары ла булырға тейеш. Ошо әҫәрҙәрҙең бүтән телдәргә тәржемә ителеүе ят мөхиттә үҫкән баланың башҡорт мәҙәниәтен үҙләштереүенә ҙур өлөш индерәсәк. Икенсе яҡтан, сит ил классикаһын да башҡортсаға тәржемә итеү мөһим. Башҡорт тәржемәсеһе нисек булһа ла халҡыбыҙҙың үҙ аңына ярашлы эшләйәсәк. Әҫәрҙең төп йөкмәткеһен һаҡлап, ул беҙҙең ерлеккә бәйләргә, телебеҙҙең байлығын тулыһынса файҙаланырға тейеш, »– тине Гүзәл Ситдиҡова.

Ул айырыуса тәржемәнең оло, яуаплы эш булғанын билдәләне. «Тәржемә — үҙе башҡа бер әҫәр, тиергә лә була. Тәржемәсе ике телдең дә үҙенсәлектәрен һаҡларға, телмәр контексында һүҙ уйнатыуҙарҙы ҡуллана белергә, күсмә мәғәнәләге һүҙбәйләнештәрҙе уҡыусыға матур итеп еткерергә тейеш», – тине әҙибә.

Күренекле журналист, публицист, яҙыусы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин башҡорт әҙәбиәтенең киләсәге хикәйәләрҙән башланғанын билдәләне. Сифатлы хикәйәләр ҙур романдар уҡыусыһын үҫтерә, тине әҙип.

««Ағиҙел»дә йылына өс-дүрт роман, тиҫтәгә яҡын повесть, егерменән ашыу хикәйә, ҡырҡ тирәһе шиғри шәлкем, поэмалар һәм башҡа төрлө материалдар урын ала. Төрлө йылдарҙа беҙҙең өсөн ҡәҙерле ҡайһы бер аҙыҡтарҙың, химик йә башҡа осһоҙ ҡатнашмалар ҡушҡанлыҡтан, сифаты кәмене, “ике ноталы шаҡы-шоҡо” йырҙар ишетелеп ҡалды, әммә «Ағиҙел» журналында художестволы кимәле йәһәтенән түбән төшкән әҫәрҙәр бер ҡасан да баҫылманы. Ваҡыты менән күпмелер тема ярлылығы күҙәтелһә лә, замана геройы образы төрлөсә аңлашыла — тап шундай төрлө ҡараштарҙан киләсәктәге башҡорт геройы формалаша. Һәм ул юғары сифатлы тел менән тасуирланырға тейеш. Шуға күрә, ниндәй генә замана үҙгәрештәре, боролоштары булмаһын, «Ағиҙел» үҙ уҡыусыларына зауыҡ үҫешендә зыян килтермәне, килтермәйәсәк тә, »— тине Мөнир Ҡунафин.

Сценарист, драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәрүәр Сурина түбәндәге фекерен белдерҙе:
«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Яҙыусылар союзы вәкилдәре менән берлектә ошондай осрашыуҙарҙы йышыраҡ ойошторорға, халыҡ араһына ла сығырға кәрәк. Минеңсә, Ҡоролтай эргәһендә вербатим театры ойоштороу ҙа урынлы булыр. Был — яңы күренеш, беренсе тәжрибә. Минеңсә, халыҡтың фекерен сәхнәләштереү проблемаларҙы уртаға һалып аралашыуҙың яңы бер формаһы булыр ине».

Түңәрәк өҫтәлдә республиканың Яҙыусылар союзы рәйесе, филология фәндәре кандидаты, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев; журналист, яҙыусы, шағирә һәм драматург Сәрүәр Сурина; тарихсы, шағир, әҙәби тәнҡитсе һәм ғалим-педагог, филология фәндәре докторы Фәнил Күзбәков, билдәле яҙыусы-сатирик, шағир, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Марсель Сәлимов та ҡатнашты.

Уртаҡлашыу