|
![]() Яңылыҡтар
Кинйәбайҙар килен төшөрҙө«Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашҡан Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылында күркәм сара үткән: «Килен төшөрөү» йолаһы күрһәтелгән. Ауылдың социаль селтәрҙәге төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, сара барышында шулай уҡ Ғәниевтәрҙең һәм Хисамовтарҙың шәжәрәләре менән таныштырғандар, ошо ауылда тыуып үҫкән шәхестәр тураһында һөйләгәндәр. Кинйәбайҙарға уңыштар теләйбеҙ! |