VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Түбәнге Кама башҡорттарында — өсөнсө тапҡыр Президент гранты!

20 ғинуар 2022, 15:00

Түбәнге Кама ҡалаһының «Урал» башҡорт милли-мәҙәни автономияһы менән Түбәнге Кама химия-технология институтының берлектәге «ЭтноSTYLE — ул беҙҙең стиль!» социаль проекты Рәсәй Президентының 2022 йылда граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә бирелгән гранттары конкурсында «Милләт һәм дин-ара теләктәшлекте нығытыу» йүнәлеше буйынса еңеү яуланы.

Проект 1 февралдә старт ала һәм Түбәнге Камала тормошҡа ашырыласаҡ. Уның буйынса этномәҙәни төрлөлөктө һаҡлау, үҫтереү, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе, халыҡтар берҙәмлеген нығытыу маҡсатында ижади, фәнни, күңел асыу, интеллектуаль, белем биреү йүнәлештәрендәге 34 сара үткәреү планлаштырылған. Ҡатнашыусыларҙы ғилми конференция, ижади конкурстар, этно-оҫтаханалар, форумдар һ.б. көтә.

Был ике учреждениеның берҙәм проекттары Рәсәй Президенты грантына конкурста өсөнсө тапҡыр еңеү яуланы. Тәүгеһе — 2020 йылда тормошҡа ашырылған «Дуҫлаш! Хыяллан! Ижад ит!» тип аталғаны — милли мөнәсәбәттәр өлкәһендә иң яҡшы ғәмәли эштәр буйынса IV Бөтә Рәсәй конкурсы финалсылары иҫәбенә инде, «Йыл студенты-2021» республика премияһы финалына үтте.

Проектты тормошҡа ашырыу тәжрибәһе Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһында үткән «Этномәҙәни секторҙың тотороҡло үҫеше» Дөйөм Рәсәй конференцияһында тәҡдим ителгән, «ЭтНик:ПроДвижение» Бөтә Рәсәй тапшырыуҙарының методик материалдары тупланмаһына индерелгән.

«Дуҫлаш! Хыяллан! Ижад ит!» проектының дауамы булып «Сәләмәт ЭтноSTYLE» тора, ул йәштәрҙе мәҙәниәткә, сәләмәт тормош рәүешенә йәлеп итеү аша милли мәҙәниәтте һаҡлау буйынса әүҙем эшмәкәрлеккә ылыҡтырыуға йүнәлтелгән. Был бурыс ил халыҡтары традицияларына нигеҙләнеп атҡарыла. Проектҡа ярашлы, 2021 йылда Рәсәй һәм республика кимәлендә төрлө яҡлы 26 сара уңышлы тормошҡа ашырыла.

Уртаҡлашыу