VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Йолаларҙа — милләт асылы

9 ғинуар 2022, 13:09

Асҡын районы Ҡашҡа ауылында «Айыҡ ауыл — 2021» республика конкурсы сиктәрендә «Мәңге йәшәр ауылымда халыҡ йолалары» тигән матур сара үтте. Конкурстың муниципаль этабын йомғаҡлау сараларында район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары — билдәле тарихсы, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, шағирә, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, йырсы, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының «Без — башҡортлар» ижтимағи хәрәкәте ағзаһы Винарис Абдуллин, район Советы секретары, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рима Нәбиуллина, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Эльза Әхмәтгәрәева, Олеся Смирнова, күренекле яҡташтарыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Марат Шәйбәков, композитор һәм шағирә Рәүфә Нурмөхәмәтова, шулай уҡ Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Шәрәфетдинов һәм урындағы халыҡ ҡатнашты.

Йола буйынса, мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡашҡалар икмәк-тоҙ, ҡымыҙ һәм йыр-бейеүҙәр менән матур итеп ҡаршы алды. Ауылдың йөҙөк ҡашы булған халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле был юлы ла сараға йән өрҙө.

Ауыл мәҙәниәт йорто фойеһында «Мәңге йәшәр ауылымда халыҡ йолалары» тигән сара барышында алып барыусылар Алита Шабанова менән Наил Хәйруллин урындағы йолаларҙы тергеҙеү, ауыл һәм Балыҡсы ырыуы тарихын өйрәнеү, шәжәрәләр төҙөү буйынса башҡарылған эштәр тураһында итеп һөйләне.

Ауылдың социаль-иҡтисади торошо, көнитмеше хаҡында Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Хәмзә улы Ғәләүетдинов бәйән итте.

«Айыҡ ауыл-2021» конкурсы сиктәрендә үткәрелгән саралар, китапхана эшмәкәрлеге менән урындағы китапханасы Гөлфиә Сабирова таныштырҙы.

Ҡашҡаларҙың матур эштәрен, изге башланғыстарын район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы ла юғары баһаланы.

«Халҡыбыҙ милли асылын юғалтмаһын, киләсәккә ышаныслы баҡһын тиһәк, иң беренсе ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү фарыз. Бигерәк тә, үҫеп килгән быуынды милли рухта тәрбиәләүҙә был йүнәлештең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ»,- тип, киләсәктә лә айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса эште дауам итергә саҡырҙы һәм бөгөнгө сараны ойоштороуҙа ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.

Сарала сығыш яһаусы Лариса Хашим ҡыҙы менән Нурислам Мирхәйҙәр улы ла ҡашҡаларҙың сәләмәт һәм айыҡ тормош яҡлы булыуына һөйөнөстәрен белдерҙе.

«Ҡашҡалар беҙҙе һөйөндөрҙө. Бик матур йәшәйһегеҙ, тарихығыҙҙы, шәжәрәләрегеҙҙе өйрәнәһегеҙ, йолаларҙы тергеҙәһегеҙ, рәхмәт. Төҙөк йорттар, төрлө йәштәгеләрҙең биләмәлә ойошторолған сараларҙа теләп ҡатнашыуы, янып йәшәүе, сабыйҙар тыуыуы, йәш ғаиләләрҙең ауылда төпләнеүе, яңы йорттар һалыныуы — быларҙың барыһы ла бөгөн шуны асыҡ дәлилләй»,— тине улар.

Әйтергә кәрәк, ауыл халҡын айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, йәш быуынды традицияларға ярашлы дөрөҫ тәрбиәләү һәм эскелек, тәмәке тартыу, наркотиктар тәҫиренән һаҡлау маҡсаты менән бик күп саралар ойошторолған. Быларҙың барыһы ла ауыл Советы, урындағы мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, балалар баҡсаһы, һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы, дин әһелдәренең һәм «Ағинәйҙәр ҡоро», ветерандар советы ағзаларының берҙәм эше.

Сығыш яһаусылар белдереүенсә, Ҡашҡала йыл әйләнәһенә халыҡ араһында сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса әүҙем эш алып барыла, унда йәше-ҡарты дәррәү ҡатнаша.

Ауылдың үҙенә генә хас йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, байрамдары бар. Күрше-күлән элек-электән унда дуҫ-татыу йәшәүе менән айырыла, күмәк ҡул талап ителгән эштәрҙе өмә менән йәки ҡулалмаш эшләргә күнеккәндәр.

Телмәр тотоусыларҙың сығыштары концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Ауыл уңғандарының ҡул эштәренән бай күргәҙмә лә әҙерләнгәйне. Оҫталарҙың ижад һәм хеҙмәт емештәре менән «Ағинәйҙәр ҡоро» ойошмаһы рәйесе Әнүзә апай Ғилфанова таныштырҙы.

Винарис Абдуллиндың Балыҡсы ырыуы гимнын һәр ваҡыттағыса юғары оҫталыҡ менән башҡарыуы сараға тағы ла йәм өҫтәне һәм йән өрҙө. Гимндың авторы һәм композиторы Рәүфә апай Нурмөхәмәтованың байрамда ҡатнашыуы үҙе бер мәртәбә булды.

Сара сиктәрендә «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында — «Исем ҡушыу» , ә мәктәптә «Ҡаҡ ҡойоу» йолалары күрһәтелде.

Сараның иң мауыҡтырғыс һәм сағыу өлөшө, моғайын, мәктәптең физкультура уҡытыусыһы саф һауала ойошторған «Ҡышҡы уйындар» бәйгеһе булғандыр. Бында Балыҡсы ырыуы вәкилдәре һәм ауылға ҡайтыусы ҡунаҡтар командалары етеҙлектә, таҫыллыҡта, көс-ҡеүәттә ярышты. Марат Шәйбәков башҡарыуындағы дәртле, рухлы йырҙар бәйгеселәргә көс-ҡеүәт, дәрт-дарман бирҙе.

Сараның йомғаҡлау өлөшөндә Ринат Хәмзә улы ошо байрамды әҙерләп үткәреүҙә ҙур өлөш индереүселәргә һәм сараға килеүсе мәртәбәле ҡунаҡтарға ауыл Советының рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Бөгөнгө сағыу һәм тантаналы мәлдәрҙе Башҡортостан юлдаш телеканалы хеҙмәткәрҙәре төшөрөүе бигерәк тә ҡыуаныслы булды.Тимәк, хөрмәтле яҡташтарыбыҙ, райондаштарыбыҙ, кемдәр байрамға килә алмаған, уны һеҙ зәңгәр экрандар аша ҡарай алаһығыҙ!

Шулай итеп, Ҡашҡа ауылында ғүмер итеүсе Балыҡсы ырыуы башҡорттары үҙҙәренең ҡунаҡсыл, йомарт, айыҡ тормош алып барған һәм уны пропагандалаған кешеләр икәнлеген иҫбатланы.

Наилә Имаева
Уртаҡлашыу