ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Байрам менән, хөрмәтле милләттәштәр!

14 декабрь 2021, 07:27

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Башҡорт теле көнө айҡанлы республика халҡына ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Унда түбәндәге юлдар бар:

«Һуңғы йылдарҙа беҙҙең тормошта бик әһәмиәтле һәм матур байрам барлыҡҡа килде: 2019 йылдан башлап, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Башҡорт теле көнөн билдәләйбеҙ.

Был көн осраҡлы һайланмаған: 2015 йылдан башлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән, мөҡәддәс тантана халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, бөйөк мәғрифәтсе, аҡыл эйәһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнә килде, ике йыл элек иһә рәсми байрам тип танылды.

Һис шикһеҙ, Башҡорт теле көнө — туған телебеҙҙе һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән көн. Был йәһәттән йыл һайын республикала бик күп матур саралар уҙғарыла, уларға уҡыусылар, студенттар, тел яҙмышына битараф булмаған барса республика халҡы ҡушыла. Икенсе яҡтан, туған телем, илем, халҡым тип янған һәр милләттәшебеҙҙең йөрәгендә бай тарихыбыҙ, мәҙәнитебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятҡан, рухи булмышыбыҙға илһам өҫтәгән үҙенсәлекле, мөһим байрам ул.

Башҡорт теле — иң яғымлы, иң һутлы, иң бай телдәрҙең береһе. Уның яңғыраштары, һөйләштәре, диалекттары бихисап — был да телебеҙҙең ни тиклем күп яҡлы, тәрән тарихлы икәнлеген күрһәтә. Башҡорт теле — рухи ҡомартҡыбыҙ булған «Урал батыр» эпосы теле, фәнни тел, рәсми тел, көнкүреш теле һәм музыка теле лә. Бөйөк Рәми Ғариповтың үлемһеҙ шиғри юлдарындағыса:

Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле, Унан башҡа минең илем юҡ; Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ, Иле юҡтың ғына теле юҡ! Әсәм теле миңә — сәсән теле, Унан башҡа минең халҡым юҡ, Йөрәгендә халҡы булмағандың Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

Туған телебеҙҙе бар матурлығында һаҡлайыҡ, киләһе быуындарға түкмәй-сәсмәй еткерәйек! Байрам менән, хөрмәтле милләттәштәр, дуҫтар!»

Уртаҡлашыу