ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Билдәле шәхестәр төбәге

30 ноябрь 2021, 15:06

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ районы башҡорттары райондың мәғариф бүлеге менән берлектә «түңәрәк өҫтәл» ойошторҙо. Ул республикала иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылына һәм Стәрлетамаҡ районынан сыҡан билдәле шәхестәргә арналды. «Түңәрәк өҫтәл» эшендә билдәле тарихсылар, Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, йәмәғәтселәр ҡатнашты.

Сараның маҡсаты итеп башҡорт телен популярлаштырыу, йәмәғәтселек иғтибарын башҡорттарҙың тарихына һәм башҡорт халҡының Рәсәй һәм донъя кимәлендәге тарихи процестарҙағы роленә йәлеп итеү билдәләнгәйне.

"Түңәрәк өҫтәл"дә Стәрлетамаҡ районында Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, артабан да тарихи-мәҙәни үҫеште һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән эштәр барланды. Йәш быуынды ла башҡорт халҡы рухиәте, мәҙәниәте, тарихы миҫалында тәрбиәләү мәсьәләһе күтәрелде.

Сара ике өлөштән торҙо. Тәүгеһе Стрәлетамаҡ ерендә тыуып үҫкән арҙаҡлы шәхес, тарих фәндәре докторы, профессор, билдәле этнограф Рим Зәйнәғбдин улы Янғажинға арналды. Айыусы ауылы мәктәбе уҡыусылары шиғырҙар уҡып ишеттерҙе.

Сарала Рим Янғужиндың яҡташтары, уның исемен йөрөткән Айыусы ауылы мәәктәбе уҡытыусылары сығыш яһаны, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы, Айыусы ауыл тарихын да һөйләне. Әйткәндәй, ошо мәктәптә тарих фәненән уҡытҡан Йәмилә Ҡасимованың ире яғынан тамырҙары 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктарының береһенең данлыҡлы етәксеһе Ҡаһым түрәгә барып тоташа.

Сараның икенсе өлөшөндә башҡорт дворяндары Аҡсулпановтар ғаиләһе тарихы хаҡында һөйләшеү булды.

Уртаҡлашыу