ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Юристар бушлай ярҙам күрһәтәсәк

29 ноябрь 2021, 15:18

Ағымдағы йылдың 1 декабрендә, «Айыҡ ауыл-2021» бәйгеһенең муниципаль этабы сиктәрендә, Рәсәй Юристар ассоциациацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының «Ғаилә» үҙәктәре нигеҙендә, халыҡ өсөн бушлай юридик консультациялар көнө ойоштора. Республика халҡы квалификациялы белгестәргә бушлай юридик ярҙам һорап мөрәжәғәт итә аласаҡ.

Сара сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауға, алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланыуҙы иҫкәртеү системаһын һөҙөмтәлерәк итеүгә, үҫеп килгән быуынды ғаилә ҡиммәттәре нигеҙендә тәрбиәләүгә һәм уларҙы эскелектән, тәмәке тартыуҙан, наркотиктарҙан ҡурсалауға йүнәлтелгән.
Юристар граждандарҙы ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙарға яуап бирәсәк, шул иҫәптән:

Нисек суд аша алимент түләүҙе юлларға?
Айырылышҡан саҡта нисек баланың йәшәү урынын билдәләргә?
Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ниндәй льготалар бар?
Балаларға нисек опека юлларға?
Ниндәй осраҡтарҙа ирҙең йәки ҡатындың килешеү төҙөгән саҡта мотлаҡ ризалығы кәрәк?
Гражданинды хоҡуҡи яҡтан һәләтһеҙ икәнлеген иҫбатлау тәртибе ниндәй?
Унан тыш, белгестәргә социаль түләүҙәргә, эшкә урынлашыуға, кредит юллауға, мираҫ алыуға, торлаҡҡа, ергә һәм пенсияға ҡағылышлы һорауҙар бирергә була.

Консультацияларҙы һеҙҙең районда үткәреү ваҡытын һәм урынын түбәндәге һылтанма буйынса, республиканың Ғаилә порталында асыҡларға мөмикн:

https://www.семьярб.рф/family-poster/edinyy-den-semey..

Сараның ойоштороусылары — Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Рәсәй Юристары ассоциацияһының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе, «Ғаилә » үҙәктәре.

Уртаҡлашыу