ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Луганск ерендә — беҙҙең тарих

25 ноябрь 2021, 11:07

Мәғлүм булыуынса, ошо көндәрҙә тарихи хәтерҙе мәңгеләштереү, уртаҡ рухи, мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм популярлаштырыу, шулай уҡ ике республика араһында барлыҡҡа килгән дуҫлыҡ ептәрен нығытыу маҡсатында 12 кешенән торған Башҡортостан делегацияһы Луганск Халыҡ Республикаһына юлланды.

Патриотик рейдтың маҡсаты — данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы юлдарын үтеү, уның командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың һәм башҡа башҡорт атлылары батырлыҡтарын мәңгеләштереү маҡсатында төрлө сараларҙа ҡатнашыу.

Делегация составында Башҡортостандың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, әлеге патриотик рейдты ойоштороусы Тимерйән Рәжәпов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, Башҡортостандың Милли музейы директоры Альбина ярмуллина, «Башҡортостан ветераны» баҫмаһы мөхәррире Светлана Беллендир, төрлө район мәктәптәренең тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәнен уҡытыусылар бар.

Тимерйән Рәжәпов Луганск тарафтарына тәүге тапҡыр ғына юлланмай. Сәйәхәт алдынан ул үҙенең фекерҙәре менән бүлеште:

«Мин Луганск Республикаһына 2015 йылдан алып күп тапҡыр төрлө делегациялар составында килдем. Тәүге осорҙа бындағы халыҡҡа гуманитар ярҙам күрһәтһәк, хәҙер иһә Башҡортостан тарихынан туранан-тура ҡағылышы булған төбәккә дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек ептәрен нығытыу өсөн юлланабыҙ. Был юлы уҡытыусыларҙы ла алдыҡ: улар 112-се атлылар дивизияһы тарихы, генерал Шайморатовтың биографияһындағы үҙенсәлекле факттарҙы күберәк белеп, йөрөгән юлдарынан үтеп, был хаҡта дәрестәрҙә һөйләһәләр, һис шикһеҙ, ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләү өсөн әһәмиәтле буласаҡ. Шайморатов һәм уның яуҙаштары үткән юлдарға өҫтәп, был төбәк беҙ бала саҡта йотлоғоп уҡыған «Йәш гвардия» әҫәре нигеҙендәге ваҡиғалар ҙа тап ошонда булған. Унан тыш Луганск өлкәһенең Петровск ҡалаһындағы 22-се мәктәп 2016 йылдан генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөтә. Был юлы ла уҡыу йортон мотлаҡ барып күрәсәкбеҙ. Быға тиклем ярҙам йөҙөнән учреждениеға Башҡортостан Республикаһы етәкселеге автобус бүләк итте. Уны тантаналы рәүештә тапшырған тарихи осорҙа ла булырға тура килде: балаларҙың һәм уҡытыусыларҙың ни тиклем шатланғанын күрһәгеҙ! Ғөмүмән, унда 112-се каварлерия дивизияһы һәм уның данлы шәхестәре иҫтәлегенә оло хөрмәт менән ҡарайҙар, мәктәп уҡытыусыларыла, уҡыусылары ла тарихты яҡшы белә. Һәйкәлдәрҙе тәрбиәләп тоталар һәр байрам һайын иҫтәлекле саралар үткәреп торалар. Беҙҙең патриотик рейдтың программаһы бик бай. Өс көн эсендә беҙ Луганск өлкәһенең барлыҡ иҫтәлекле урындарын йөрөп сығасаҡбыҙ. Был төбәктә бик ихлас, асыҡ кешеләр йәшәй- шуныһы менән улар башҡорттарға бик оҡшаш», — ти Тимерйән Рәжәпов.
Уртаҡлашыу