ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Башҡорт атлыларының һуңғы төйәге был...

25 ноябрь 2021, 11:00

Тарихи хәтерҙе мәңгеләштереү, уртаҡ рухи, мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм популярлаштырыу, шулай уҡ ике республика араһында барлыҡҡа килгән дуҫлыҡ ептәрен нығытыу маҡсатында Луганск Халыҡ Республикаһында 12 кешенән торған Башҡортостан делегацияһы ҡатнашлығындағы патриотик рейд дауам итә.

Кисә, 24 ноябрҙә делегация Луганск Республикаһының Антрацит ҡалаһында булды, унан Степное ҡасабаһындағы туғандар ҡәберлегенә юлланды. Унда 112-се (16-сы) Башҡорт кавалерия дивизияһының Донбасты дошмандарҙан ҡотҡарғанда батырҙарса һәләк булған яугирҙәре иҫтәлегенә митинг ойошторолдо. Делегация вәкилдәре һәйкәлгә сәскә һалды.

Мәғлүм булыуынса, бындағы туғандар ҡәберлегендә 196 совет һалдаты ята, уларҙың күбеһе — башҡорт атлылары. Легендар генерал-майор, 112-се (16-сы) башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың ғүмере лә тап ошо төбәктә, шанлы яуҙа өҙөлгән.

1948 йылда урындағы кешеләр ярҙамында тап ошо тарафтарҙа билдәһеҙ генералдың ерләнгән урыны табылған. Бихисап тикшеренеүҙәрҙән һуң, ҡалдыҡтарҙың Миңлеғәли Шайморатовтыҡы икәнлеге асыҡланған. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы һәм уның бихисап яуҙаштары өсөн һуңғы төйәккә әүерелгән изге ер ул — был төбәк.

Камилйән Абдуллин, Мазһар Абдуллин, Рәхим Ғизетдинов, Әхмәтхан Гәрәев һәм башҡа тағы бик күп яңғырашы таныш исем-фамилиялар — уларҙың исеме Луганск тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған.

Әлеге ваҡытта Луганск өлкәһе халҡы ҡатмарлы тарихи осор кисерә, мәгәр ауырлыҡтарға бирешмәй, рух ныҡлығын һаҡлай һәм тарихҡа тоғро булып ҡала.

Уртаҡлашыу