VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихАтайсалБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Түбәләҫтәр бай тарихын барланы

19 ноябрь 2021, 15:11

Бөгөн Салауат районында Табын (Түбәләҫ) ырыуы йыйыны бара тип хәбәр иткәйнек.

Халыҡ оҫталары күргәҙмәһенән һәм «Табын ырыуы ҡаны аға минең тамырҙарымда!» тип аталған шәжәрәләрҙең исем туйынан һуң съезд тантаналы асылды, унда рәсми ҡунаҡтар, тарихсылар, Табын ырыуынан сыҡҡан билдәле кешеләр, Салауат районының тыуған яҡты өйрәнеүселәре сығыш яһаны.

БДУ доценты, тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Нурислам Ҡалмантаев үҙ докладында Башҡорт тарихы йылының республикала, Рәсәй төбәктәрендә, Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһендә һәм сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ араһында үткәндәребеҙҙе популярлаштырыуға, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә, был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға әүҙем граждандарҙы, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, урындағы үҙидара органдары вәкилдәрен, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе йәлеп итеүгә, үҫеп килгән быуынды милли ҡиммәттәребеҙгә яҡынайтыуға йүнәлтелгәнен билдәләне. Йомғаҡлап әйткәндә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлеге маҡсаты — халҡыбыҙҙы туплау, милләттәштәребеҙ йәшәгән урындарҙа туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау.

Билдәле тарихсы, тарих фәндәре кандидаты, журналист, телепроекттар авторы һәм алып барыусыһы Салауат Хәмиҙуллин Түбәләҫ ырыуының үткәненә байҡау яһаһа, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов «Диалектология мәғлүмәттәре буйынса Табын башҡорт ырыуы теле» тигән темаға доклад менән сығыш яһаны, Табын ырыуы союзы идараһы рәйесе, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнил Ҡоҙаҡаев иһә үҙҙәренең ойошмаһы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.

Салауат районынан тыуған яҡты өйрәнеүсе Миңһылыу Абдуллина түбәләҫтәрҙең тарихы, көнкүреше тураһында бәйән итте. Рифат Мирхәйҙәров иһә ошо ырыу вәкиле, полковник, Салауат Юлаевтың фекерҙәше, уң ҡулы булараҡ билдәле Собханғол Килтәков хаҡында доклад тәҡдим итте.

Тарихи сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, Собханғол Килтәков 1720 йылда Сүрәкәй (Нуғай) ауылында тыуған. 1765 йылдан Рәсәй империяһы Себер юлы Түбәләҫ улусы старшинаһы булған. Биографияһына килгәндә, 1773 йылда уның командаһында 91 хужалыҡ һаналған. 1773 йылдың декабрь уртаһында үҙенең улусынан саҡырылған 25 башҡорттан торған командаһы менән атаман И.С. Кузнецов отрядына ҡушылған. Ғәскәре менән 22 декабрҙә Һатҡы заводына, 24 декабрҙә Златоуст заводына килгән, Златоуст, Оло Ҡытау, Һатҡы заводтарында урындағы үҙидара органдарын ойоштороуҙа ҡатнашҡан. Бердский баш күтәреү үҙәгенә пушка, ҡорал, һуғыш кәрәк-ярағы, аҡса оҙатҡан. 1774 йылдың ғинуар башында 50 яугире менән Салауат отряды сафында Красноуфимскиҙы, 23-24 ғинуарҙа Көңгөрҙө алыуҙа ҡатнашҡан. Салауат Юлаев киткәндән һуң Сура Рәсүлев менән берлектә башҡорт-татар отрядына етәкселек иткән. Ғинуар һуңында, Cура Рәсүлев етәкселегендә башҡорт атлылары сигенгән саҡта, баш күтәреүселәр етәкселәре араһындағы низағ сәбәпле, атаман М.Е. Мальцев ҡушыуы буйынса, атаман И.Н. Зарубиндың секретары И.И. Суконников уны ҡулға алған.

1774 йылдың 4 февралендә Пермь провинция канцелярияһында Собханғол Килтәковтан һорау алғандар. Уны язалауға дусар иткәндәр һәм генерал-аншеф А.И. Бибиковтың ҡушыуы буйынса Көңгөрҙә аҫып үлтергәндәр.

Докладтарҙан һуң Түбәләҫ съезы эшенә йомғаҡ яһалды, резолюция ҡабул ителде, шулай уҡ шәжәрәләр конкурсы еңеүселәре бүләкләнде, йыйынды ойошторғандарға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты тапшырылды.

«Салауат районында Башҡорт тарихы йылы» штандарты ошо районда йәшәгән Тырнаҡлы ырыуы вәкилдәренә тапшырылды.

Уртаҡлашыу