ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Ғәйнә ризыҡтары — телеңде йоторлоҡ

17 ноябрь 2021, 16:32

Бөгөн Пермь крайының Барҙа районында тарихи ваҡиға — тантаналы рәүештә «Ата-бабаларҙың алтын китабы» аллеяһы асылды, тип хәбәр иткәйнек.

Байрам уңайынан Барҙала «Ғәйнә башҡортлары ашлары» тип аталған аш-һыу күргәҙмәһе ойошторолған. Шулай уҡ «Ғәйнәләр: минең халҡым, телем, тарихым ата-бабаларҙан ҡалған алтын китаптарҙа» проектына ярашлы, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында ошо уҡ исемдәге брошюра сығарылған. Унан тыш урындағы башҡорттар ҡоролтайы тарафынан ошо баҫмалағы рецептар буйынса аш-һыу әҙерләүгә конкурс та иғлан ителгән булған, бөгөн иһә аш-һыу күргәҙмәһендә уға йомғаҡ яһалды һәм «Бала саҡ тәме», «Беҙҙең өлөсәйҙәр бешергән тәмлекәстәр», «Ғәйнә башҡорттарының онотолған аш-һыуҙары», «Ғәйнә башҡорттарының бренд булған ризыҡтары», «Иң үҙенсәлекле, күркәм ризыҡ», «Иң шәп кулинар» тигән биш номинация буйынса еңеүселәр иғлан ителде.

Уртаҡлашыу