ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

«Батырҙарыбыҙҙы бер ҡасан да онотмайбыҙ»

22 октябрь 2021, 17:28

Краснокама районының Аҡтанышбаш ауылында 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы күсермәһен Әхмәтхужа Әхмәҙуллин исемендәге ауыл мәҙәниәте йортона тапшырыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин түбәндәгеләрҙе белдерҙе:

«Беҙ батырҙарыбыҙҙы бер ҡасан да онотмайбыҙ, быға хаҡыбыҙ юҡ. Әхмәтхужа Әхмәҙуллин һәм Хәнәфи Нурғәлиев — данлы башҡорт дивизияһы яугирҙәре. Йәш быуынды тап улар кеүек ҡаһарман яҡташтарыбыҙ миҫалында тәрбиәләргә тейешбеҙ. Бөгөн беҙҙең районда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан бер генә ветеран да ҡалманы. Шуға ла ошондай саралар ҙур әһәмиәткә эйә. Был ауылдан 1941 йылда һуғыш башланғас 600 кеше фронтҡа китә. Күптәре әйләнеп ҡайтмай. Ауылда иһә әле 700-ҙән ашыу кеше йәшәй. Биш яугирҙең исеме 112-се Башҡорт кавалерия двизияһы менән бәйле. Уларҙың исемен кире ҡайтарыу, халыҡҡа танытыу буйынса ҙур эш атҡарылды. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарихсылар быға күп көс һалды. Әле беҙҙең маҡсат был эште киңерәк йәйелдереү. Үҫеп килгән быуын тарихты, үҙ ата-бабаларын белергә тейеш», — тине ул.

Хәнәфи Нурғәли улы Нурғәлиев 1913 йылда тыуған. Һуңғараҡ ғаиләләре Краснокама районының Урал ауылына күсә. Хәнәфи Нурғәли улы тураһында «Халыҡ хәтере» сайтында мәғлүмәт бар.


Обливский районы ерҙәрендә данлыҡлы дивизия яугирҙәренең ҡаны күп ҡойолған. Обливский станцияһы — Сталинградта торған Паулюс төркөмөн хәрби техника, ҡорал, боеприпас һәм башҡа матди саралар менән тәьмин итеп тороусы ҙур тимер юл станцияһы, шуға күрә, стратегик әһәмиәткә эйә булараҡ, был пунктты немецтар оҙаҡ оборонаға әҙерләгән. Тап ошонда 1942 йылдың ноябрь-декабрь айҙарында башҡорт атлылары немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы аяуһыҙ көрәшкән. Ҡаты алыштарҙың береһендә яҡташыбыҙ, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарынан булған капитан Хәнәфи Нурғәлиев батырҙарса һәләк була.

Әхмәтхужа Әхмәҙуллин иһә дивизия байраҡсыһы була.


«Дивизияла Әхмәтхужа Әхмәҙуллинды белмәгән бер һалдат йә командир юҡ ине. Уның исеме дивизияның йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Уны генерал Шайморатов айырыуса хөрмәт итте», — дивизияның сәйәси бүлеге етәксеһе урынбаҫары Сабир Ҡадиров хәтирәләрендә шулай тип яҙған.

Дивизияға килгәнсе үк, уның күкрәген Ҡыҙыл Байраҡ ордены биҙәгән. Уны граждандар һуғышы ваҡытында батырлығы өсөн ала: 20-се йылдар аҙағында баҫмасыларҙы ҡыйратҡанда ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Әхмәтхужа Әхмәҙуллин СССР Юғары Советының беренсе саҡырылыш депутаты була. Ул колхоз рәйесе булып эшләгәндә, хужалыҡ Краснокама районында алдынғылар рәтенә сыға, шуға халыҡ уны бик хөрмәт итә. 1941 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә, уны Шайморатов дивизияһына ебәрәләр.

Олым йылғаһы буйҙарында барған тәүге алышта уҡ Әхмәтхужа батырлыҡ күрһәтә. Үҙенең «максим» пулеметы менән 29 дошман һалдатын юҡ иткәне өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. Командирҙары ҡамауҙа ҡалғанда, ике тапҡыр иптәштәрен атакаға күтәрә. Дивизия Донбасста тәрән рейдта булғанда, Әхмәҙуллин дивизияның байраҡсыһы итеп тәғәйенләнә. Иң ауыр, хәүефле ваҡытта ла ул байраҡты күҙ ҡараһы кеүек һаҡлай.

1943 йылдың февралендә дивизия 8-се кавалерия корпусы составында дошман тылында хәрәкәт итә. 23 февралдә иртәнге сәғәт биштә дивизия яугирҙәре дошман тылынан сығыу өсөн үлемесле көрәш алып бара. Киҫкен минуттарҙа иң алда байраҡсы Әхмәҙуллин яугирҙәрҙе: «Алға, иптәштәр! Тыуған ил өсөн, туғандар өсөн, балалар өсөн алға!» — тип еңеүгә әйҙәй.

Башҡорт халҡының ҡаһарман улы Әхмәтхужа Әхмәҙуллин генерал Миңлеғәле Шайморатов менән бергә был алышта һәләк була. Ул Луганск өлкәһендә туғандар ҡәберенә ерләнгән. Әхмәтхужа Әхмәҙуллинға мемориаль таҡтаташ мәҙәниәт йорто бинаһына ҡуйылған.

Уртаҡлашыу