ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Юғары исемгә лайыҡ булды

30 сентябрь 2021, 12:45

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Нур-Солтан ҡалаһындағы Дуҫлыҡ йортонда Башҡортостанда тыуған һәм әле Ҡаҙағстанда йәшәгән бер төркөм милләтәштәребеҙ менән осрашты, тип хәбәр иткәйнек. Бер төркөм яҡташтарыбыҙға дәүләт наградалары тапшырылды.

Улар араһында билдәле опера йырсыһы, 2013 йылдан Ҡаҙағстандың «Астана Опера» театры солисы Әлфиә Кәримова ла бар. Йырсы «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән юғары исемгә лайыҡ булды.

Әлфиә Закуан ҡыҙы Өфө ҡалаһында тыуған. 2000 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 2005 йылда Өфө дәүләт сәнғәт академияһының «Вокал сәнғәте» бүлеген тамамлаған. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы аспирантураһында белем алған (РФ һәм РБ атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор М. Л. Мортазина класы). 2002 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы булып хеҙмәт юлын башлаған, Новосибирск дәүләт академия опера һәм балет театры солисы булып эшләгән. 2013 йылдан — «Астана Опера» Дәүләт академия опера һәм балет театрының солисы.

Әлфиә Закуан ҡыҙының репертуарында сит ил, рус, башҡорт, ҡаҙаҡ, татар композиторҙарының концерт һәм камера әҫәрҙәре, вокал циклдар, халыҡ йырҙары бар.

Йырсы шатлығы менән уртаҡлашты һәм түбәндәгеләрҙе белдерҙе:

«Мин яҡташтарыма, хеҙмәттәштәремә, Башҡортостан етәкселегенә оло рәхмәтемде белдерәм. Был-минең өсөн иң бәхетле көндәрҙең береһе. Хөрмәтле Радий Фәрит улы, һеҙҙең ҡулдан юғары награда алыу- тулҡынланырғыс һәм шатлыҡлы ваҡиға. Хеҙмәтем республикамда юғары баһалана, был минең өсөн бик мөһим. Ҡаҙағстанда инде 14 йыл самаһы йәшәйем һәм эшләйем. Беҙҙең халыҡтар бер-береһенә рух, тел, йолалары менән оҡшаш һәм яҡын. Тап Нур-Солтанда осрашыуыбыҙ оло мәғәнәғә эйә. Урал Әнүәр улы Аҙнабаевҡа ла түңәрәк өҫтәлдәр , төрлө кәңәшмәләр уҙғарып, бар милләттәштәребеҙҙе туплағаны, берләштергәне өсөн рәхмәт», — тине Әлфиә Кәримова.
Уртаҡлашыу