Башҡорт теле йылыЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф ФольклорБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрПодкастыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһыБорайФәнТәтешле БашҡорттарБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт мәҙәниәте көндәреАҡбуҙатБизнесБуздәкМәсетлеБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөҒафуриШаранҠыйғыКүгәрсенХМАОСалауатСанкт-ПетербургМәскәүӨфөТуризмМиәкәМежгорьеСибайКүмертауУчалыБәләбәйСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайҠымыҙМатуғатБлаговещенДыуанАрхангелАсҡынСтәрлетамаҡӘбйәлилИнтернетБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурТатарстанТәбиғәтБаймаҡМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла ҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхес
Ҡоролтай тауышы

Төбәгебеҙҙе «Оло Башҡортостан» иткән шәхес

27 сентябрь, 09:00

Хатта уның фамилияһы ла «халыҡ» һүҙенән алынған кеүек. Тарихта башҡорт милли хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе булараҡ һаҡланған Муллайән Дәүләтша улы Халиҡов тураһында Әхмәтзәки Вәлиди Туған шулай тигән: «Был шәхес ошо хәрәкәттә иң белдекле, ҙур эштәр башҡарған кеше».

Ул 1894 йылдың 4 февралендә Бәләбәй өйәҙе Бүздәк улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы) Иҫке Аҡтау ауылында башҡорт ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Буласаҡ ҡаһарман тәүҙә тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә, артабан Килем ауылында башланғыс рус мәктәбендә уҡый, 1915 йылда Ырымбур губернаһының Троицк ҡалаһындағы «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһен һәм уҡытыусылар семинарияһын уңышлы тамамлай. Шул уҡ йылды Халиҡовты Орск ҡалаһына башланғыс мосолман мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрәләр. Бында ул 1917 йылдың октябренә тиклем эшләй. Артабан уны Темәс ауылындағы земство китапханаһына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр һәм шул ваҡытта Халиҡов Темәстә алты йыллыҡ Башҡорт башланғыс училищеһында уҡыта.

Уның Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылыуы 1917 йылға тура килә. Ошо уҡ йылдың 20–27 июлендә Ырымбурҙа үткән I Бөтә башҡорт һәм шул уҡ йылдың 22–29 авгусында Өфөлә уҙған II Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында ҡатнаша, ҡайһы бер документтарға ҡарағанда, ошо Ҡоролтайҙа уны Башҡорт мәркәз шураһына ағза итеп һайлайҙар.

1918 йылдың 17 февралендә (иҫкесә 4 февралендә) Ырымбур ҡалаһында Башҡорт хөкүмәте һәм Башҡорт мәркәз шураһы ағзалары ҡулға алынып, төрмәгә ябыла. Ошо уҡ йылдың апрелендә Ырымбур төрмәһенән ҡотолған Әхмәтзәки Вәлиди Муллаян Халиҡов менән бәйләнешкә инә һәм уны милли хәрәкәт эшенә йәлеп итә.

Был дәһшәтле дәүерҙә Муллайән Халиҡов тыуған халҡы өсөн янып-көйөп эшләрҙәй һәм шул заманда үтә хәүефле лә булған төрлө вазифаларҙы башҡара, башҡорт ғәскәрҙәре Советтар яғына күскәс, илдең Үҙәк хөкүмәте менән һөйләшеүҙәр алып барыуҙа ла ҡатнаша. 1920 йылдың 19 майында ул Мәскәү үҙәк властары бер яҡлы ҡабул иткəн «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дəүлəт ҡоролошо тураһында» ҡарары менән риза булмауын белдерə һәм башҡа Башревком ағзалары менән берлектә отставкаға китә. Сентябрҙә Халиҡов Баҡы ҡалаһында үткәрелгән Көнсығыш халыҡтары съезында ҡатнаша һәм унда Зәки Вәлиди менән һуңғы тапҡыр осраша.

1921 йылдың июль айында Муллайән Халиҡов Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы хөкүмәте — Халыҡ комиссарҙары советының рәйесе итеп һайлана. Ошо вазифала ул Башҡортостан дәүләтселеген нығытыуҙа, элекке башҡорт кантондарының территорияһын республика составына индереү, ә иң мөһиме Өфө губернаһы башҡорттарын автономияға ҡушыуҙа ҙур эш башҡара. Бының өсөн уға күп тапҡыр Мәскәүгә барырға тура килә. Үҙәк власть Башҡортостан хөкүмәтенең ҡайһы берҙәрен ҡабул итмәй, шулай ҙа 1922 йылдың 14 июнендә Өфө губернаһын Башҡортостанға ҡушырға ҡарар итә. Халиҡов «Оло Башҡортостан» хөкүмәте рәйесе булып китә.

Был шәхестең республикала абруйы бик юғары була, был Үҙәк властарға оҡшамай һәм 1925 йылдың аҙағында ул Мәскәүгә эшкә ебәрелә. 1937 йылда НКВД органдары, йәнәһе, Вәлиди директиваһы буйынса 1929 йылда төҙөлгән ике «емергес милләтселек үҙәктәрен» таба: береһе Өфөлә — Иҫәнсурин, Дауытов, Ишмөхәммәтов, Әсәҙуллин, Ейәнсурин, икенсеһе Мәскәүҙә — Бейешев, Ҡушаев, Мортазин, Йомағолов, Халиҡов, Таһиров, Булашев була. 1937 йылдың 25 июлендә Халиҡов, совет власына ҡаршы террористик эшмәкәрлектә ғәйепләнеп, НКВД органдары тарафынан ҡулға алына. 27 сентябрҙә Муллайән Дәүләтша улы Халиҡов СССР Юғары Советының Хәрби коллегияһы ҡарары буйынса атыла. Егерме йыл үткәс, 1958 йылдың 28 ғинуарында, шул уҡ Коллегияның ҡарары менән аҡлана.

*Материал доступен только на башкирском языке


Башҡорт Википедияһы һәм матбуғат мәғлүмәттәрен файҙаланып, Р.КӘЛИМУЛЛИН әҙерләне
«Башҡортостан» гәзите, bashgazet.ru
Уртаҡлашыу