|
![]() Яңылыҡтар
Шағир рухы шатланһынБөйөк башҡорт шағиры Рәми Ғариповтың ҡәберенә тыуған яғынан бер ус тупраҡ һалынды. Уны Салауат районы вәкилдәре алып килгән.
«Мәғлүм булыуынса, 2022 йылдың февралендә Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл. Беҙ юбилей сараларын көтөп ятмайбыҙ. Рәми Ғариповтың тормош юлына һәм ижадына арналған саралар әле үк башланды. Йәштәр инициативаһы менән «Рәми рухы» хәтер кисәһе үтте. 25 августа Салауат районы Арҡауыл ауылында йәмле Йүрүҙән буйында урынлашҡан «Монай» туристик базаһында йыйылдыҡ. Йәштәр өсөн спорт уйындары, «Беҙ батырҙар төйәгенән!» исеме аҫтында квест-уйын үткәрелде. Шулай уҡ, кисә ауыл биләмәләре араһында эстафетаға старт бирелде. Февралгә тиклем ауылдарҙа хәтер кисәләре үткәреләсәк», - ти Марат Ғилманов. Салауат районы вәкилдәре Рәми Ғариповтың тыуған йорто нигеҙенән тупраҡ алып килгән. Изге ерҙән изге тупраҡҡа шағир рухы шатланһын, ти салауаттар. «Бына ошондай хәтер кисәләре ойошторола икән, тимәк, халҡыбыҙҙың рухы һүнмәгән, телебеҙ бар, телебеҙ йәшәй. Шәхес халыҡты күтәрә, шәхестәре менән халыҡ бөйөк була. Халыҡтың күңеленә һалырға кәрәк - шәхестәрен данлағанда ғына халыҡ көслө була. Шәхестәребеҙҙе яҡларға, данларға кәрәк», - тине филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисаметдинова. |